Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль 2022, 21:49

Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғырай

Башҡортостан юлдаш телеканалы республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһын әҙерләй. Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡый. Проект Башҡортостандың халыҡ шағирының 90 йыллығына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған.

Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғырай
Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры Башҡортостан халыҡтары телдәрендә яңғырай

– Тиҙҙән БЮТ телеканалында “Туған тел”дең төрлө телдәрҙә яңғырауын ишетерһегеҙ. Өҫтәүенә төрлө халыҡ вәкилдәре үҙ милли кейемендә яҙылырға килгән. Йәғни тамашасылар телмәрҙе төрлө телдәрҙә ишетеүҙән тыш, ҡыҙыҡлы костюмдар ҙа ҡарай аласаҡ. Беҙҙең проект – халыҡтар дуҫлығы проекты, ул әҙәби түгел, донъялағы барлыҡ телдәргә һәм мәҙәниәттәргә ихтирам күрһәтеү проекты. Беҙ БР Халыҡтары ассамблеяһына, БР Халыҡтар дуҫлығы йортона, Башҡорт дәүләт университетына һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға ярҙамдары һәм берлектәге эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ, ти проекттың продюсеры Наил Юнысов.

Әйткәндәй, Башҡорт Википедияһында 50 меңенсе мәҡәлә нәҡ ошо шиғырға арналған. Башҡорт телендәге мәҡәләнең беренсе авторы – украин википедиясыһы Виктор Семенюк. "Туған тел" шиғырының рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемәләре билдәле. Быйыл исемлек тулыланды –  хәҙер ул ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай.

Шиғырҙы профессиональ тәржемәселәр менән бергә һәүәҫкәр тәржемәселәр ҙә тәржемә иткән. Уларҙың күбеһе шиғырҙы үҙҙәре уҡыған.

– Беҙҙең өсөн был мөһим проект. Төрлө халыҡ вәкилдәре Рәми Ғариповтың шиғырын туған теленә үҙҙәре тәржемә иткән, илдең төрлө төбәктәрендәге эксперттар менән кәңәшләшкән. Тәржемәләр төрлө, ысын мәғәнәһендә, ирекле стилдә бар, әммә мәғәнәһе бер: туған тел – һәр халыҡтың, бөтә кешелектең төп байлығы, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре.

– Был ҡыҙыҡлы эш булды. Шуныһы ғәжәп: төрлө халыҡ вәкилдәре Рәми Ғариповтың үлемһеҙ әҫәрен үҙенеке кеүек ҡабул итә, ул бөгөн дә, беҙҙең өсөн дә актуаль, тип иҫәпләй проект режиссеры Светлана Громова.

Ойоштороусылар проектты киңәйтергә ниәтләй. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист Лариса Абдуллина һүҙҙәренсә, “Туған тел” шиғырын төрлө телдәргә тәржемә итеү – бик яҡшы идея, Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулған йылда ул ҙур проект булырға тейеш.

– “Туған тел– ул шағирҙың иң билдәле шиғыры, уның гражданлыҡ ҡарашы, уның үҙ халҡына һөйөүе. Был шиғыр ярҙамында ул үҙенең бөйөклөгө менән таныла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт буйынса комиссияһы быйыл, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында, Башҡортостанда башҡорт мәҙәниәте йылында, Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын донъя халыҡтары телдәренә тәржемә итергә һәм “Туған тел” йыйынтығын әҙерләргә хәл итте. Фекерҙәштәребеҙ бар, күп кенә тәржемәселәр проектта ҡатнашырға теләк белдерә, тип хәбәр итте Лариса Абдуллина.

Шиғырҙарҙың тәржемәләре Башҡортостан юлдаш телеканалының социаль селтәрҙәге аккаунттарында урынлаштырылған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ошо проектҡа ҡушылырға саҡыра: “Дуҫтар, әйҙәгеҙ, бөйөк Рәми Ғариповты бергәләп иҫкә алайыҡ, туған телдәребеҙҙең киләсәге хаҡында уйланайыҡ, “Туған тел”де тағы бер тапҡыр уҡыйыҡ һәм аңлайыҡ, шағирҙың васыятын ишетербеҙ. Һәр кем – үҙенең туған телендә. Беҙ күп милләтле илебеҙҙе яратабыҙ, ҡабатланмаҫ, бөйөк туған телдәребеҙ менән ғорурланабыҙ! Ә һеҙ? – тиелә мөрәжәғәттә.

Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала, #МинеңРәми90, #РоднойЯзык2022 хештегтарын ҡулланырға тәҡдим ителә.

Автор:
Читайте нас: