

Саралар планына ярашлы, 11 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Рәми дәресе» берҙәм республика тематик дәресе үткәрелә. Гимназияла Рәми Ғариповтың музей-кабинеты яңыртыла. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты менән берлектә Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Йәш ижадсы» конкурсын һәм интернет-викторина уҙғара.
12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалыу һәм Рәми Ғарипов иҫтәлегенә тантаналы митинг планлаштырыла. Рәми Ғариповтың юбилейына арналған шиғриәт кисәһе шағирҙың тыуған яғы Салауат районында ойошторола.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәми Ғариповтың шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемәләү, шағирҙың ижады буйынса буктрейлерҙар республика конкурстарын үткәрә.
Юбилей саралары барышында шиғыр ятлаусыларҙың республика конкурсы, Ғарипов уҡыуҙары, туған тел уҡытыусылары өсөн ғилми-методик конференция, «Башҡортостандың йөҙ шағиры» республика әҙәби марафоны, Рәми Ғарипов иҫтәлегенә «Көрәш» республика турниры, волейбол буйынса республика турниры һәм башҡа саралар ойошторола.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә шағирҙың хәтер кисәһе апрелдең икенсе яртыһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының премьераһы көҙ көнө күрһәтелә.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-25/k-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova-proydut-krupnye-yubileynye-meropriyatiya-2667781