

Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республиканың район хакимиәте башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр һәм башҡалар) сағылдырырға, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегын ҡуйырға тейеш.
Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә Нәсихәттәрҙең үҙенсәлеген билдәләгән, асылын яҡтыртҡан видеояҙмалар ҡуйыла: рухи саранан ситтә ҡалмағыҙ, ҡушылығыҙ, таратығыҙ!