Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Октябрь 2021, 16:14

Халыҡ –ара йыһан станцияһында тәүге фильм

Рәсәйҙә тәүге  тапҡыр йыһанда нәфис фильм төшөрөләсәк. Кинорежиссер һәм артистарҙан торған экипаж бөгөн Байконурҙан старт алды. Беренсе канал был тарихи ваҡиғанан тура репортаж алып барҙы

Халыҡ –ара йыһан станцияһында тәүге фильм
Халыҡ –ара йыһан станцияһында тәүге фильм

Рәсәйҙә тәүге  тапҡыр йыһанда нәфис фильм төшөрөләсәк. Кинорежиссер һәм артистарҙан торған экипаж бөгөн Байконурҙан старт алды. Беренсе канал был тарихи ваҡиғанан тура репортаж алып барҙы.

Телевизор ҡараусылар орбитала төшөрөләсәк яңы реалити - фильмға әҙерлек тураһында даими хәбәрҙәр булды. Тәүге фильм халыҡ-ара йыһан станцияһында үҙ эшен башлай. Белгестәр уны, сираттағы картина тип түгел, ә беренсе канал һәм Роскосмос дәүләт корпорацияһы менән берлектәге фәнни проект тип атай.

Төп роль өсөн 20 ҡыҙ дәғүә иткән. Улар араһында актрисалар ҙа, балериналар ҙа, фитнес тренерҙар ҙа, граждандар авиацияһы осоусыһы ла булған. Роль алыу өсөн ҡыҙҙар космонавтар әҙерләү үҙәгендә махсус әҙерлек үткән. Һөҙөмтәлә төп ролде күп төрлө фильмдар аша таныш актриса Юлия Пересильд уйнаясаҡ.

Ҡасандыр йыһанға тәүге кешене осорған Рәсәй был юлы ла беренсе.

фото Роскосмос сайтынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Автор:Башҡортостан ҡыҙы
Читайте нас: