Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2021, 12:04

КЕШЕ ҺҮҘЕ – КЕШЕ ҮЛТЕРӘ

Себен осҡан тауыш ишетелерлек. Ундағы халыҡ баҫып, тын ҡалып судьяның приговорын тыңлай. Халыҡ тип әйтһәк тә, кеше артыҡ күп түгел, туған тумасалары һәм таныштары.Әүхәт башын эйеп баҫҡан, ул үҙенең ғәйебен еңеләйтерлек бер ни ҙә әйтә алманы. Тик уның мейеһендә:- Ниңә үҙем дә үлмәнем икән? Ни өсөн мине ҡоткарып алып ҡалғандар, ә Динараны юҡ? Уның бит яратҡан ҡатыны менән бергә үләһе килгән ине, үҙен башҡа кеше менән күҙ алдына ла килтерә алманы. Бирәһе килмәне уны башҡаға. Тик ул ҡатынының бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡлығын ғына белмәне. Үҙенең ҡыҙыу баштан эшләгән ғәйебен бер нисек тә еңеләйтә алмағанын ғына аңлай, ярлыҡау ҙа көтмәй. Уның өсөн хәҙер йәшәүеҙең бер мәғәнәһе ҡалманы. Ә бит ҡасандыр уларҙан да бәхетле кеше юҡ ине. Нимә булды улар менән?..

Себен осҡан тауыш ишетелерлек. Ундағы халыҡ баҫып, тын ҡалып судьяның приговорын тыңлай. Халыҡ тип әйтһәк тә, кеше артыҡ күп түгел, туған тумасалары һәм таныштары.
Әүхәт башын эйеп баҫҡан, ул үҙенең ғәйебен еңеләйтерлек бер ни ҙә әйтә алманы. Тик уның мейеһендә:
- Ниңә үҙем дә үлмәнем икән? Ни өсөн мине ҡоткарып алып ҡалғандар, ә Динараны юҡ? Уның бит яратҡан ҡатыны менән бергә үләһе килгән ине, үҙен башҡа кеше менән күҙ алдына ла килтерә алманы. Бирәһе килмәне уны башҡаға. Тик ул ҡатынының бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡлығын ғына белмәне. Үҙенең ҡыҙыу баштан эшләгән ғәйебен бер нисек тә еңеләйтә алмағанын ғына аңлай, ярлыҡау ҙа көтмәй. Уның өсөн хәҙер йәшәүеҙең бер мәғәнәһе ҡалманы. Ә бит ҡасандыр уларҙан да бәхетле кеше юҡ ине. Нимә булды улар менән?..

Альбина үҙ бәхетен күпме эҙләп бәргәләнһә лә лә таба алманы. Осраҡлы ғына бәйләнештән ауырға ҡалып, яратмаһа ла кейәүгә сығырға мәжбүр булған ине, йәшәй алманылар. Сөнки уларҙың араһында мөхәббәт булманы. Икенсе иренә лә димләп бирҙеләр. Үҙе тырыш, нимә тотһа шуны эшләй, өйөн дә һәрсаҡ таҙа тота, кейемен дә бөхтә итеп кейенә. Балаларын да еренә еткереп ҡарарға тырыша. Тик үҙен бәхетле итеп кенә тоя алмай.
Әүхәт менән Альбина электән таныш. Электән бер береһен күреп белеп йөрөйҙәр, бер ятаҡта йәшәйҙәр. Бер-береһенә яҡынайып, эҫенешеп китеүенә, уларҙың бергә эшләй башлауҙары сәбәпсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан, ирҙәр бергә эшләгән ҡатындарҙы байрам менән ҡотлап, ошо тантананы билдәләп үттеләр. Эсеп, күңелләнеп алғас, телдәр ҙә асыла төштө. Бер тирәлә йәшәгәнлектән, ҡайтырға улар бергә сыҡты, тик береһе лә өйөнә ҡабаланманы. Тышта аяҙ, яңы ғына яуған ап-аҡ ҡар бағана башындағы электр фонарҙәре яҡтыһында төрлө төҫкә инеп емелдәй. Тулып килгән ай һәм йондоҙҙар был кискә тағы ла сихри төҫ бирә, илаһилыҡ өҫтәй. Һауа сафланған, ағас ботаҡтарына ҡар һырыған. Ағасҡа саҡ ҡына ҡағылһаң да унан ҡар яуған шикелле ергә ҡойола. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып улар йәйәү атланы. Әүхәт Альбинаны етәкләп алды. Бына улар аулағыраҡ урында туҡтанылар ҙа бер-береһенә йылыштылар. Яңы ғына эселгән шарап уларҙың башын әйләндерҙе. Альбина Әүхәткә яҡында ғына йәшәгән әхирәтенә кереп сығырға тәҡдим итте. Әлбиттә Әүхәт ҡаршы килмәне. Магазинға кереп күстәнәстәр менән спиртлы эсемлек тә алдылар. Әҙерәк ултырып, ҡапҡылап алғас, әхирәте уларҙы ҡалдырып ҡайҙалыр китте. Бына шунда башланды ла инде уларҙың «мөхәббәте». Альбина үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр «үлеп» ғашиҡ булды. Ятһа ла, торһа ла Әүхәт уның күҙ алдынан китмәне. Китаптарҙа яҙылғанса «ҡанатланып, осоп» йөрөнө. Ҡатыны өйҙә юҡта, бүлмәләренә инеп тә, Әүхәт менән «яратышып» алырға сирҡанманы.

Әүхәттең ҡатыны Динара менән әхирәт булғанлыҡтан уларға йыш ҡына бер компанияла ултырырға тура килә. Әүхәт ҡатынын ярата, унан күҙен ала алмай, ә Альбина уның бер ҡарашын тотор өсөн күпме тырыша. Көнсөллөк өтә ҡатындың үҙәген. Әүхәт менән бергә булыр өсөн, хатта үҙенең ире менән айырылышырға ла әҙер, тик саҡырһын ғына. Осрашыу өсөн төрлө форсатан да файҙаланды. Динара янына тип, йыш ҡына керә башланы. Төрлөсә ҡатындың серен алырға тырышты. Альбинаның хәйләһен белмәгән Динара эскерһеҙлеге менән бөтә булған хәлдәрҙе уға һөйләй барҙы. Һуңғы ваҡытта иренең үҙгәреүе, эштән йыш ҡына эсеп, һуңлап ҡайтыуы, юҡ-барға бәйләнеп тауыш сығарыуы, нигеҙһеҙ көнләшеүе тураһында ла һөйләгәс, Альбина:

- Иреңдең башҡа ҡатыны барҙыр, ҡатыны өҫтөнән йөрөмәгән ирҙәр юҡ ул – тип, әхирәтенең күңеленә шик һалып ҡуйҙы. Үҙҙәре йөрөгән ирҙәр ҡатындарына шулай бәйләнә, һин унан үс ал. Үҙеңә бәйләнеп йөрөгән бер ир тураһында һөйләгән инең бит, эшләгән урының да йәпле – тип, урыны тура килһә лә килмәһә ҡолағына туҡый килде. Тик Динара ул турала уйларға ла теләмәне, былай ҙа ире юҡтан-барҙан көнләшеп йәненә тейә, ул:

- Юҡ! Мин ундай ысул менән үс ала алмайым. Тағы ла шулай ҡыланһа айырылым, – тине.
Ә Альбина үҙ ваҡытында, форсатын тура килтереп, Әүхәткә лә ҡатыны Динараның унан башҡа ла йөрөгән ире бар тип, ышандырырға тырышты.
Ашнаҡсы булып эшләгәс, Динараға ла төрлө ваҡыттарҙа ҡайтырға тура килә. Туйҙар, тыуған көндәр, төрлө байрамдарҙы хеҙмәтләндереп, йыйыштырып ҡайтҡансы ярты төн еткән осраҡтар ҙа була. Шундай кистәрҙең береһендә арып, хәлдән тайып ҡайтырға сыҡты. Тышта дөм ҡараңғы, ҡурҡыныс. Шул саҡ һуңға ҡалған ҡунаҡтарҙың береһе уны йәлләп, юл ыңғайы машина менән илтеп ҡуям тигәс, риза булып, ултырып ҡайтты. Тәҙрәнән ирен күреү менән, өйҙә ғауға буласағын аңлағайны Динара. Уларҙы күреү менән Әүхәт үҙенең шиген дөрөҫкә сыҡты – тип, уйланы, сөнки Албина уға әйләнгән һайын ҡатының «гулять» итә – тип, туҡып килде. Быға тиклем уны көнләшеп кенә әйтәҙер – тип, уйлағайны, ә хәҙер белеп әйткәндер, әхирәттәр бит, тигән уй килде. Ошо уйҙарҙан ҡапыл уның башына ҡан бәрҙе, үҙенә урын тапмай ары-бире йөрөнөргә тотондо. Әүхәткә барыһы ла унан «мөгөҙлө» - тип, көләҙер төҫлө тойолдо. Үҙен «мәсхәрәләнгән» итеп, хис итте. Асыуынан һарыуы ҡайнаны. Тешен ҡыҫып, йоҙроғон төйнәп, ҡатының өйгә ингәнен көттө. Ҡайтып кереүе менән, енләнеп, ҡаршы килеп, төрлө һүҙҙәр менән мәсхәрәләп, ҡатынына һуғып ебәрҙе. Ҡатыны аңлатырға тырышып ҡараһа ла, аңларлыҡ хәлдә түгел ине Әүхәт. Ҡыҙыуы баҫылғансы:

- Нимә? Мин генә етмәйемме? Башҡа ирҙәр кәрәк булдымы? Туйып ҡайттыңмы? – тип, бер ғәйепһеҙ ҡатынына тағы бер нисә тапҡыр һуғып ебәрҙе. Динара үҙенең көсһөҙлөгөнән, нахаҡҡа рәнйетелеүенән нимә эшләргә лә белмәне. Ҡайнар күҙ йәштәре генә уның яңаҡтарын сылатып, бер туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты. Ире сығып тәмәке тартып керҙе лә, бер ни булмағандай ҡатынын ҡосаҡларға үрелде….

Был хәлдән һуң Динара ире менән ҡабат бергә йәшәй алманы, айырылыштылар.
Тик Әүхәт кенә уны иректә ҡалдырманы, уны ғына яратыуын, үҙенең ҡылығы өсөн үкенеүен белдерҙе, бала хаҡы өсөн булһа ла тип, бер туҡтауһыҙ ғәфү үтенде. Ваҡыт үтеү менән Динара ирен ғәфү итте. Улар ҡабаттан бергә йәшәй башланылар. Тик бәхете оҙаҡҡа булмаған икән, ярты йыл да үтмәне Әүхәттең эсеп, эштән һуңлап ҡайтҡан саҡтары йышайҙы, уны көнләшеп рәнйетә башланы. Динара үҙенең кисерештәре менән йыш ҡына әхирәте Альбина менән бүлеште. Уға әхирәте генә уны аңлайҙыр, хәлен ул ғына белешәҙер кеүек тойолдо. Ә ул гел генә Әүхәтте ғәйепләне:
- Үҙеңә шундай ирҙәр ҡарай, нимәгә һиңә Әүхәт? Йөрөмәгән ҡатыны ҡалмағандыр – тип, уның яраһына тоҙ һалып ҡына торҙо.

Бер көндө Әүхәт, Альбина менән бергә булғандан һуң, өйөнә ҡабаланды:
- Кисә ҡатыным ауырып тора ине, ауырға ҡалған, улыбыҙ әҙерәк үҫкәнсе тапмай торайыммы икән әллә? – тип кәңәшләште. Үҙен насар тоя ине, тиҙерәк ҡайтайым - тигәс, Альбинаның асыуы ҡабарҙы. Уның ҡайнар ҡосағынан сығып та өлгөрмәгән ирҙең, ҡатыны янына ашығыуы һарыуын ҡайнатты. Иркәләнеп танһығы ҡанмағайны. Төрлөсә итеп туҡтатырға тырышты. Туҡтата алмағас:
- Әллә һинән ауырлы, тип уйлайһыңмы? Һинән булһа табыр ине – тине. Шул саҡ Әүхәт уға уҫал итеп ҡараны ла:
- Кемдән? Әйт! – тип, уны бөрөп алды. Альбинаның ҡото осто. Тик ул һүҙен кире алманы:
- Үҙең беләһең, күргәнһең дә бит – тине. Әүхәт уны этәрҙе лә, күҙенә аҡ-ҡара күрмәйенсә сығып йүгерҙе. Альбина үсемде алдым – тип, ҡәнәғәтләнеп ҡалды.
Әүхәт, Албинаның һүҙҙәренән һуң, үҙен ҡатыны тарафынан кәмһетелгән, алданған итеп тойҙо. Үҙе хыянат итеп йөрөһә лә, ҡатынын башҡа ир менән күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Ярата бит ул ҡатынын, ярата. Албинаның һүҙенә ышанаһы килмәһә лә:
- Кисә лә икәүләшеп сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултыралар ине, мин ҡайтып кергәс Альбина тиҙ генә сығып китте. Әхирәте әйтеп торғас ысындыр, әхирәтенә һөйләгәндер – тип уйланы. Көнсөллөк уның бәғерен кимерҙе, аҡылын томаланы. Юҡҡа ғына айырылып маташмағандыр. Башҡа кешеһе булғандыр… Тағы әллә ниндәй уйҙар ҡайнашты уның башында. Магазинға кереп бер ярты алды ла, шешәнең ғорлаһынан тотоп эсә башланы. Йүгереп өйөнә ҡайтты. Тик ҡатыны өйҙә булмай сыҡты. Шул йәһәттән ул ҡатыны эшләгән ашханаға йүгерҙе.
Ашханала эш бөткәс, ҡарауылсы килгәнсе ашнаҡсы ҡыҙҙар сиратлап дежур була. Бөгөн Динараның дежурствоһы ине. Ҡыҙҙар ҡайтып китеп бөттө, ул яңғыҙы ғына ҡарауылсыны көтөп ҡалды. Шул ваҡытта үҙенең тормошо күҙ алдынан үткәрҙе. Иренең күҙгә күренеп үҙгәреүенән, ерле-юҡҡа ғәйепләүенән һуңғы ваҡыт ялҡып киткән ине. Ҡапылда күңеле уйнап китте. Уның икенсегә яралған балаһы үҙе тураһында иҫкәртә кеүек. Аптырай инде Динара. Ире менән икеһенең араһы һалҡынайғандан һалҡыная. Шуның өсөн был баланы тапмаҫҡамы икән – тип тә уйлай. Иренең йәберләүҙәре иҫенә төшкәс, күҙҙәренә йәштәр эркелде. Шул саҡ ишек шаҡынылар. Ҡарауылсы килгәндер – тип, йүгереп барып ашхананың артҡы ишеген асып ебәрһә, аяғында саҡ-саҡ баҫып Әүхәте тора. Уның күҙҙәре аларған, йыртҡыстыҡына оҡшап ҡалған, йөҙө ҡыҙарып, йәмһеҙләнеп шешенгән, ҡулында эсеп бөтмәгән араҡы шешәһе. Ҡарашы уҫал, ҡурҡыныс. Уны күреү менән Динараның йөрәге «жыу» итеп китте, бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранды. Ире:
- Үлтерәм! Фәшихә! Өйөңә ҡайтмайынса эштән һуң ҡалып кем менән…. Динара уның башҡа һүҙҙәрен ишетмәне, әллә ишетһә лә аңламаны, ҡото осоп артҡа сигенде. Кухнянан әйберҙәрен алып, тиҙ генә сығып китергә уйланы. Шул ваҡыт арты менән юлда торған ултырғысҡа эләгеп, йығылып китте. Ире килеп, уны эләктереп тә алды:
- Ә, ҡасырға уйлайһыңмы? Кем янына ашығаһың? – тип, кухняла
үткерләнгән, ялтырап торған бысаҡтарҙың береһен эләктереп алды ла, ҡатынының күкрәгенә терәне. Динараның һүҙ әйтерлек тә хәле ҡалманы, ул мөлдөрәп иренең күҙҙәренә ҡараны. Тик был күҙҙәрҙә уҫаллыҡтан башҡа бер ни ҙә күрмәне. Шулай булһа ла саҡ-саҡ телен әйләндереп:
- Балабыҙҙы йәтим ҡалдырма – тип, әйтә алды. Тик Әүхәт:
- Ә бәлки уйнаш итеп табасаҡ балаңды ла минән ҡаратырғаҙыр иҫәбең? – тине.
- Нимә һөйләйһең һин? Һинән башҡа бер кемем дә юҡ, – тине Динара ҡобараһы осоп.
- Юҡмы? Күрәләтә алдап тораһың оятһыҙ! Әллә мине бер нәмә лә белмәй – тип уйлайһыңмы? Мине ташлап уның менән сығып китергәме иҫәбең- тине, лә оторо ярһыбыраҡ: -Юҡ! Булмаясаҡ! Үлһәм дә һине башҡаларға бирәһем юҡ! – тип, ҡатынының күкрәгенә бер бер артлы бысаҡ менән сәнсте. Ҡатыны йығылғас та ярһыуын баҫа алмайынса тағы бер нисә тапҡыр сәнсте лә, шул бысағы менән үҙенең күкрәгенә ҡаҙаны ла, аңын юғалтып иҙәнгә йығылды.
Сираттағы дежурствоға килгән ҡарауылсы, ҡан эсендә ятҡан Әүхәт менән Динараны күреп шаҡ ҡатты. Унан иҫенә килеп «Тиҙ ярҙам» саҡырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Динараның яралары үлемесле булып сыҡты, ә Әүхәттең үҙен табибтар ҡотҡарып алып ҡалды.
Автоматлы һаҡсылар килеп Әүхәттең ҡулдарына боғау кейҙерҙеләр ҙә залдан алып сығып киттеләр.

Әүхәттең ҡатынын үлтереүен һәм үҙен дә сәнскеләүен ишеткәс Альбина өнһөҙ ҡалды. Юҡ! Динараны йәлләүҙән түгел, ә Әүхәттең ҡатыны менән бергә үлергә әҙер булып үҙ-үҙен сәскеләүенә лә көнләште. Уның Әүхәтте Динаранан айырып үҙенеке генә итәһе килгән ине. Әүхәткә булған аҙғын мөхәбәте уның аңын томаланы, йөрәген әрнетте. Уның касан булһа ла үҙенеке генә булырына шиге юҡ ине. Йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмайынса тағы ла шул Әүхәт менән беренсе мәртәбә осрашҡан әхирәтенең ишеген ҡаҡты.
- Ниңә улай иткән ул? Ниңә айырып ҡына ебәрмәгән? Ҡатындар бөткәнме ни? Хәҙер ултыртып ҡуялар бит инде! Бына, мин яратам бит уны, яратам! – тип, һамаҡланы ла, үкһеп иларға тотондо.
Әхирәтен, Альбинаның һаман да үҙен генә уйлауы, Динараның үлеме өсөн үкенес ғазабы ла кисермәүе аптыратты. Ә бит ул киҫәткән ине, Әүхәттең ҡыҙыу холҡо менән бер хәл эшләп ҡуймаһын, - тип. Тик Альбина уны ҡолағына ла элмәне. Уға үҙ туҡһаны – туҡһан. Әүхәт минеке генә булырға тейеш ине! – тине ул үҙһүҙләнеп.
Ә бит барыһы ла Альбинаның үҙен генә уйлап, юҡты бар итеп Динараға яла яғып уйҙырма һөйләүенән башланды. Бына тигән ғәилә тарҡалды, тарҡалыу ғынамы, фажиғәгә юлыҡты. Динара үлде, Әүхәт төрмәгә ултырҙы ә уларҙың сабыйы йәтим ҡалды.
Читайте нас: