Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2021, 12:28

ҠАЙТЫУ

Быйылғы ҡояш үҙенең эҫелеге менән бар тереклектең тәҡәтенә тейҙе, күптән ямғыр күрмәгән ер сатнап, үләндәр һарғая башланы. Дамираның таштан ҙур итеп һалынған бейек өй эргәһенә ултыртҡан гөлдәре лә эҫелектән әлһерәп ергә һыйынған. Улар янында үҫкән ағастар ҙа ҡояштан ышыҡ эҙләгәндәй, әллә ауыр ҡайғынан, баштарын ергә эйгәндәр. Урам тулы халыҡ булыуға ҡарамаҫтан Аҡбай ҙа һарай эргәһендәге ояһына кереп оялаған. Урам уртаһында табут тора, уны кешеләр уратып алған. Шыжлатып өй эргәһенә тағы бер машина килеп туҡтаны. Унан кешеләр менән бергә Дамираның көндәше Әлфиә лә килеп сыҡты. Ул башына һалам эшләпә, таҙа кәүҙәһенә һылаштырып йәйге күлдәк кейгән, ҡулында бәләкәй сумка. Машинанан төштө лә өйөнә ҡайтҡандай ҡыйыу ғына табут янына ыңғайланы...ТУЛЫРАҠ:

Быйылғы ҡояш үҙенең эҫелеге менән бар тереклектең тәҡәтенә тейҙе, күптән ямғыр күрмәгән ер сатнап, үләндәр һарғая башланы. Дамираның таштан ҙур итеп һалынған бейек өй эргәһенә ултыртҡан гөлдәре лә эҫелектән әлһерәп ергә һыйынған. Улар янында үҫкән ағастар ҙа ҡояштан ышыҡ эҙләгәндәй, әллә ауыр ҡайғынан, баштарын ергә эйгәндәр. Урам тулы халыҡ булыуға ҡарамаҫтан Аҡбай ҙа һарай эргәһендәге ояһына кереп оялаған. Урам уртаһында табут тора, уны кешеләр уратып алған. Шыжлатып өй эргәһенә тағы бер машина килеп туҡтаны. Унан кешеләр менән бергә Дамираның көндәше Әлфиә лә килеп сыҡты. Ул башына һалам эшләпә, таҙа кәүҙәһенә һылаштырып йәйге күлдәк кейгән, ҡулында бәләкәй сумка. Машинанан төштө лә өйөнә ҡайтҡандай ҡыйыу ғына табут янына ыңғайланы.
Балаларын йән дошмандарынан һаҡлаған арыҫландай, Дамира көндәшен күреү менән иренең табуттағы үле кәүҙәһен, үҙенең ҡаҡса кәүҙәһе менән ҡапларға тырышып, алға сыҡты. Уның асыуы йөҙөнә сыҡҡан. Оҙон толомдарын башына өйөп, яулыҡ ябынған, өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән, күҙҙәре моңһоуланып ҡалған, ирендәре ҡымтылған. Көндәшенең килеүе Дамираның янған йөрәгенә ут өҫтәп, уғата ярһытып ебәрҙе. Юҡ! Ул көндәшен иренә яҡын да килтермәйәсәк! Ул төшөргән уны ошондай көнгә! Ул булмаһа йәшәр ҙә йәшәр ине әле ул! Йөрәгендәге ауыр ҡайғыһына көндәшенә булған асыуын һалып, ҡырҡа ғына:
- Нимә кәрәк? - тип һораны ла, тегеләрҙең яуабын да көтмәй, күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп алға тағы бер-ике аҙым яһаны. Быны көтмәгән таҙа кәүҙәле үткер генә күренгән көндәше ҡаушап, артҡа сигенде:
- Мин ни... Ерләшергә тип килгәйнем, - тине ул мөшкөл генә тауыш менән. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгән ҡатындың килгәндәге ҡыйыулығы ҡапыл юҡҡа. сыҡты.Тауышындағы киҫкенлекте кәметмәй, Дамира ҡабат атакаға күсте:
- Ерләшергә!?.. Иҫеңә төштөмө?.. Ерләү процедураһын үтәп, уның мәйете артынан үҙең йөрөргә тейеш инең, ә һин? Ерләшергә килгән!.. Әҙер машинаға ултырып!.. Һинән башҡа ла ерләрбеҙ! Йөҙең булмаһын бында!..
Көндәше ни эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Уның мөшкөл генә тороуо Дамираға көс өҫтәп ебәрҙе. Кәртәгә һөйәлеп торған көрәкте алды ла һелтәнергә тотондо. Уның янында тороусо туғандары, йыйылған кешеләрҙең ни әйтеүенә лә иғтибар итмәне ул. Уны уйларлыҡ хәлдә түгел ине. Юҡ! Ул хәҙер үҙенең Ғаянын бер кемгә лә бирмәйәсәк! Ул уныҡы ғына! 4-5 йылдар элек ҡайҙандыр килеп сыҡҡан берәҙәк көндәшенә бирә буламы һуң уны! Юҡ!
Көндәше лә Дамираның был хәләтенән ҡото осоп, ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Дамира еңеүсе ҡиәфәтендә башын юғары сөйөп, иренең табуты янына килеп баҫты. Ерләшергә килгән ауылдаштарының нимә уйлауы ла ҡыҙыҡһындырманы. Берәүҙәр:
- Үлгән бит инде, нимәһен бүлешәһең! – тиһәләр, икенселәре:
- Оялмайынса бында килгән! Нимә уйлап йөрөй икән, битһеҙ! Ул йүнле булһа Ғаян үҙенә ҡул һалмаҫ ине, – тип уны ҡәһәрләне. Ғаян, әлбиттә ҡыҙыу холоҡло. Ҡыҙыу холоҡло булһа ла үҙенә-үҙе ҡул һалыу өсөн етди сәбәптәре лә булғандыр. Берәүҙәр:
- Берәү булһа ул бисәне ташлап ҡабаттан Дамираға ғына ҡайтыр ине, - тиһә лә, уны яҡындан белеүселәр:
- Бик ғәрсел кеше ине. Үлһә үлә, бер киткәс кире ҡайтмай инде ул, - тине.

Эйе, ҡап дөрөҫөн әйтте. Асыу алдан, аҡыл арттан тигәндәй, ғаиләһен ҡалдырып Әлфиә менән бергә йәшәй башлауы ла Ғаяндың ҡыҙыулығынан булды. Дамира менән бәхәсләшкән көндәрҙең береһендә улы ла килеп ҡыҫылғас түҙмәне, минән башҡа йәшәп ҡарағыҙ, тип сығып китте.
Эйе, ҡатынына хыянат иткән саҡтары ла булманы түгел. Ир кешегә -ирлек, ҡатын-ҡыҙға – хурлыҡ, - тиҙәр. Йөрөр-йөрөр ҙә кире ҡайтыр. Мал да ашаған еренә ҡайта, тиҙәр бит. Ғаян да, Дамира ла шулай уйлаған ине. Етмәһә күптән түгел күрше ауылдың бер сибәре менән танышып китте. Туҡталышта туҡтап ултыртып алыған ине, әсәләренең өйөнә тиклем оҙатып та ҡуйҙы. Иренән айырылған яңғыҙ ҡатын, йәш. Еләк кеүек бешкән сағы. Ымһындырып асыҡ иҙеүле кофта менән, ҡыҫҡа ғына итәк кейеп алған. Өҙөлөп төшөп ауыҙға керергә торған еләкте нисек ташлап китәһең инде. Ғаян да шулай уйланы. Эҫенешеп киттеләр. Ғаиләһен ҡалдырып сығып киткәс Ғаян күп уйлап торманы, Әлфиәгә юлланды. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле ир-егетте ҡарата алыуына шатланып Әлфиә уны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ғаяндың ғаиләле булыуы, уның тарҡалыуына үҙенең сәбәпсе булыуын да уйлап торманы. Ҡатынына асыуы килеп йөрөгән Ғаян Әлфиә менән мауығыуын ваҡытлыса ғына тип уйлаған ине лә, ул уйлағанса булманы.
Әлфиә ике балам бар, тигән ине, ысынында өсәү булып сыҡты. Күп тә уйлап тормай ул Ғаян янына күсенеп тә килде. Улар Ғаяндың әсәһенән ҡалған иҫке йортта йәшәй башланылар. Әлфиә тағы бер малай тапты. Бәләкәй генә өй эсе бала-саға менән тулды. Ҡатыны Дамираның тәрбиәһендә йәшәп өйрәнгән Ғаян аптырашта ҡалды. Әлфиә эшләмәй, эсергә лә ярата икән. Үҙенең ҙур хата яһағанын ныҡлап төшөндө ул. Ҡай берәүҙәрҙең:
- Ҡайҙа барһын! Оҙаҡ йәшәй алмаҫ, кире ҡайтыр! - тигән һүҙҙәренә сәмләнеп йәшәргә тырышты. Кәртә-тирә яғын нығытты. Мунса һалды. Өй һалырға уйлай башланы. Көнө-төнө эшләне.
Ә ауылдың икенсе яғында Дамира өйҙәренең эшләнеп бөтмәгән эштәрен эшләтте, солан төҙөттө. Мал аҫыраны, балаларын ҡараны. Шул ваҡытта эшен дә эшләп өлгөрҙө. Баҡсаһын ултыртты, емеш-еләген йыйҙы.
Шулай итеп улар икеһе ике яҡта ярышып донъя көтә башланылар.
Тик ныҡлап өй һалыр өсөн Ғаян бер нисек тә аҡса еткерә алманы,тапҡан-таянғаны балаларҙан артманы. Көтмәгәндә тағы бәлә килде, һарайы, ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән бесәне янып бөттө. Дамираның туғандары шикелле ярҙамсылар ҙа юҡ, киреһенсә унан ниҙер өмөт итәләр. Шунан һуң улар күп уйлап тормай Әлфиәнең ҡалалағы фатирына күсенеп киттеләр.
Ире ҡалаға күсенеп киткәс, Дамираға донъя бушап ҡалды. Исмаһам кәүҙәһен күреп ҡалһа үҙенә йыуаныс таба ине. Бер-ике һүҙ һөйләшһәләр ҙә күңеле күтәрелеп китә, сөнки һаман да йәнен бүлеп бирерҙәй булып ярата ине. Бер һүҙен ишетер, йылмайыуын күрер өсөн генә әллә ниҙәр бирер ине. Шулай ҙа һыр бирергә теләмәне. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә:
Күҙгә күренеп йән көйҙөрөп йөрөмәһен! – тип яуапланы.
*********
Иренең бер килеп уның янына ҡайтырын Дамира сәғәт һайын, минут һайын көттө. Өй янына машина килеп туҡтаһа ла, төндәрен “шыҡ” иткән тауыш ишетелһә лә “Ғаян ҡайтҡандыр”, тип тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөй ине. Ир бирмәк-йән бирмәк, - тиҙәр халыҡта. Үҙенең бөтә һағышын, ҡайғыһын ул эш менән баҫты. Аллаға шөкөр, янында өс балаһы, уларға йыуанып йәшәне. Ә шулай ҙа күңел бушлығын бер ни менән дә тултыра алманы. Эсендәге төйөн үҙен һиҙҙереп яңғыҙ ҡалған саҡтарында йөрәген әрнетеп ирен иҫенә төшөрөп торҙо. Ул ирен эсенән күптән ғәфү иткән ине инде, ҡайтып керһә бөгөндән бер һүҙ ҙә әйтмәй ҡабат ҡабул итер ине. Тик юҡҡа ғына булған икән уның өмөттәре.
- Йәш ғүмереңде бушҡа үткәрәһең, ауыл тулы буйҙаҡ ирҙәр бөгөндән ҡатынлыҡҡа алырға торалар. Шул Ғаян тип ғүмер буйы яңғыҙ йәшәмәҫһең бит инде! – тип әйтеүселәр ҙә күп булды. Тик уның күңелендә Ғаян ғына ине шул.
Ғаяндың үҙен ташлап сығып китүенә көндәше Әлфиәне генә ғәйепләһә лә ваҡыт үтеү менән үҙенең дә ғәйепбе бар икәненә төшөндө. Эйе! Иренең күңелен аңлап бөтөрмәгән шул ул. Һуңғы ваҡытта Ғаяндың әсәһенә лә бик һирәк барҙы шул, барһа ла күп ваҡыт аңлаша алманылар. Икеһе ике ҡатлам кешеләре булды шул, туғандары ла уның туғандары менән аралашманы. Өй һалғанда ла Дамираның туғандары ныҡ ярҙам итте, ә Ғаяндың яңғыҙ әсәһе ни генә эшләй ала инде. Шунлыҡтан Ғаян тешен ҡыҫып түҙҙе инде, ҡатынының әйткән һүҙҙәргә лә ҡаршы яуап таба алманы. Ни хәл итһен, ҡатынының һүҙҙәре хаҡ. Атаһы аҡылға еңеләйеп йөрөп, үлеп ҡуйҙы. Әсәһе иҫән саҡта уға барып, йыуанып ҡайта ине. Ни тиклем сабыр, аҡыллы булған икән әсәһе. Атаһы ауырый башлағас та уны тәрбиәләп йәшәне. Улына ла ауырлыҡ килтермәҫкә тырышты.
Ғаян ҡасан ҡайтһа ла ҡатыны Дамираның унан баш тартмаҫын, ҡабул итерен белә ине. Ул да:
- Ҡабат ҡайтһа керетәм, балаларым атайлы үҫер ине, - тип ишеттерҙе. Тик Ғаяндың ғорурлығы ебәрмәне. Ҡайтһаң да тормош-тормош булмаҫ, тип уйланы. Сөнки Дамираның ата-әсәһе улар өйләнешкәндә лә ризалыҡтарын бирмәне, туй ҙа яһаманы. Дамира уға ҡасып сыҡтымы, Ғаян уны урлап алдымы? – бик күптәргә сер булып ҡалды. Ҡышҡы кистәрҙең береһендә әсәһенә әйтте лә, машинаға ултыртып алды ла ҡайтты. Дамираның ата-әсәһе никахҡа ла, туйға ла килмәне, ҡыҙҙарынан баш тарттылар. Беренсе балалары тыуып, өй алып башҡа сыҡҡас ҡына йөрөшә башланылар. Тик ғүмер буйы йөҙҙәренән ризаһыҙлыҡ билдәһе китмәне. Кем балаһы икәнеңде онотома! – тигәндәй шул ризаһыҙлыҡ билдәһе Ғаянды һәр ваҡыт кәмһетеп торҙо. Уның бар донъяны яңғыратып, мин дә кеше балаһы, тип ҡысҡыраһы килгән саҡтары әҙ булманы.
Дамира менән бер осрашҡанында Ғаян уйынлы-ысынлы:
- Мин ауылға ҡайтмайым, ситкә сығып китәйек!- тип әйткән дә ине, тик ҡатыны әллә ышанманы:
- Был заманда йорт-ерҙе туҙҙырып тағы ҡайҙа китәһең, үҙең ҡайт! – тип яуаплаған ине. Эйе, донъяны йыйыуы оҙаҡ булһа ла, туҙҙырыуы оҙаҡ түгел. Ҡатынының уға ышанысы ла бөткәндер инде. Хәҙер аңланы ла бит ул уның ҡәҙерен. Ҡатыны уны яратҡанға күрә, ата-әсәһенең риза булмағанын белә тороп уға сыҡты, аралашмайынса йәшәне. Уның быға тиклем булған хыянаттарын да ғәфү итте. Үҙ ғүмерендә ҡатынына әҙ ғазаптар китермәне. Тик ҡатыны түҙҙе. Сабыр ҙа икән үҙе. Туғандарынан да яҡлашты. Ғаян тип туғандары менән аралашмайынса йәшәргә лә риза ине бит ул. Береһенән-береһе матур өс бала табып бирҙе.Уңған да ул, тырыш та. Тик кирегә юл ябыҡ! Ул ауылға ҡайтмаясаҡ! Ни йөҙө менән ауылдаштарының йөҙөнә ҡарар. Уларҙан үҙен мыҫҡыл иттереп көлдөрөп йәшәр хәле юҡ!

Яңы ҙур ғаиләгә аҡса ла күп кәрәк. Аптырағас ул Себергә эшкә сығып китте. Бер-нисә йыл вахта менән эшләп ҡайтты ул. Был ҡайтыуында йәш ҡатынын өйҙә тап итмәне. Күршеләре ул юҡта ҡатынының йыш ҡына һуңлап ҡайтыуын, уны кемдәрҙеңдер оҙата килеүе тураһында хәбәр еткерҙеләр.

*********
Дамираға Ғаяндың үле хәбәрен уның ағаһы еткерҙе. Ул, ғаиләһе менән ҡайтҡан-киткәндә кереп, Дамираның хәлен белеп китә ине. Әле ул моргтан Ғаяндың кәүҙәһен алырға барған икән, Әлфиә күренмәй, ерләргә ҡайҙа алып барырға икән, тип Дамираға шалтыратты. Дамира ике уйларлыҡ урын да ҡалдырмайынса:
Үҙебеҙгә алып ҡайт! Ҡайтыуығыҙға барыһы ла әҙер булыр! – тине лә, күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Ҡасан да булһа бергә булырбыҙ, – тип һаман да өмөт итә ине бит ул. Кейәүгә димләп килеүселәргә лә:
-Мин Ғаянды көтәм! – тип кенә яуап бирҙе.
- Үлгән-үлгән инде, үлгән артынан үлеп булмай, тик кәүҙәһен бында алып ҡайтып ерләргә кәрәк. Телефоннын ҡыҫыбыраҡ тотто ла шуларҙы уйлап тиҙерәк ҡабатланы:
- Ағай! Ишетәһеңме! Тура үҙебеҙгә алып ҡайтығыҙ! Әлфиәгә бирмә! Үҙебеҙгә алып ҡайт! Ағаһы ҡасан ҡайтып етерен әйтте лә трубканы һалды.
Бына ерләргә лә кешеләр йыйылды. Ғаяндың кәүҙәһен дә алып ҡайттылар. Тик автобустан “ҡуҡ” итеп көндәше Әлфиә килеп төшкәс, Ғаянды алып китәрҙәй тойоп уны ҡыуып ҡайтарҙы. Уның үле кәүҙәһен дә көндәше менән уртаҡлашаһы килмәй ине.
Юҡ! Көндәше бында уралып та йөрөмәһен! Ул уныҡы ғына!.. Уныҡы!.. Уныҡы!..
Ғаянды ерләгәс тә уның ҡәбере янынан китә алмай Дамира оҙаҡ ултырҙы. Уның йөрәгенең яртыһы ошо ерҙә күмелгәндәй, йәне һыҡрай, аяҡ быуындары тотмай. Туғандары аптырағас уны әрләп алып ҡайттылар.

************
Зыярат Дамираның өйөнән бик алыҫ түгел. Ғаяндың ҡәбере уларҙың зал яғы тәҙрәһенән күренеп тора. Ул иренең ҡәберенә сүп тә төшөрмәй ҡәҙерләп, ҡарап тора һәм иртән торған һайын иң беренсе тәҙрә пәрҙәһен асып зыярат яғына күҙ һала. Ни хәл итәһең инде, хет кәүҙәһе ҡайтты. Хәҙер уны бер кем дә алып китә алмай.
Йәш саҡтан Дамираны яратып өйләнмәй ҡартайған буйҙаҡ егет:
- Ғаян үлһә лә бәхетле, уны яратып ҡәберен тәрбиәләп, иҫкә алып торған ҡатыны бар, - тип уларҙың мөхәббәтенә көнләшепме әллә һоҡланыпмы әйтеп ҡуйҙы.
Эйе, оло йөрәкле кешеләр генә шулай ярата алалыр.
Читайте нас: