Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Май 2021, 23:05

Яҡташыбыҙ Рафиға Ғәлинаның юбилей спектакле

– Тыуған Салауат районыма йыш ҡайтып булмай. Яҙғыйортта үҫеп, аҙаҡ Өфөгә сәнғәт институтына уҡырға сығып киттем. Архангел районына кейәүгә сыҡтым. Ғүмер буйы тиерлек ирем Рауил менән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләйбеҙ, – тине Рафиға Арыҫлан ҡыҙы Ғәлина, Салауат районында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн шатланып.Районда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рафиға Ғәлинаның 70 йәшлек юбилейына арналған гастролдәре үтте. Артистар Рәйлә Нәҙерғолованың "Ҡоҙағый" мелодрамаһын алып килгәйне. Спектакль Әлкә, Мөрсәлим, Арҡауыл, Лаҡлы һәм Малаяҙ ауылдарында күрһәтелде.

Салауат районында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рафиға Ғәлинаның 70 йәшлек юбилейына арналған гастролдәре үтте.

– Тыуған Салауат районыма йыш ҡайтып булмай. Яҙғыйортта үҫеп, аҙаҡ Өфөгә сәнғәт институтына уҡырға сығып киттем. Архангел районына кейәүгә сыҡтым. Ғүмер буйы тиерлек ирем Рауил менән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләйбеҙ, – тине Рафиға Арыҫлан ҡыҙы Ғәлина, Салауат районында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн шатланып.

Уның ире, Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Әхтәрйән улы бергә ярты быуат дәүер ижад итеп, ғүмер кисереүҙәре хаҡында хәбәр итте.
– Беҙ Рафиға менән бына 50 йыл бер сәхнәлә уйнап, бергә ғүмер итеп, ике бала үҫтерҙек. Стәрлетамаҡта башҡорт драма театрын булдырыуға, уны үҫтереүгә ҙур көс һалдыҡ, – тине ул.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары район халҡына Рәйлә Нәҙерғолованың "Ҡоҙағый" мелодрамаһын алып килгәйне. Спектакль Әлкә, Мөрсәлим, Арҡауыл, Лаҡлы һәм Малаяҙ ауылдарында күрһәтелде. Тормошсан, көнүҙәк проблеманы яҡтыртҡан тамаша салауаттарға бик ныҡ оҡшаны.
Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе.
Читайте нас: