Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Май 2021, 14:05

"ЙҮРҮҘӘН" ХАЛЫҠ АНСАМБЛЕНӘ – 65 ЙЫЛ

Салауат районының бейеү коллективының юбилейына "Үҙән" район-ара хореография фестивале үтте."Йүрүҙән"дең юбилейына Торналынан "Әй ынйылары", күрше Дыуан һәм Ҡыйғы райондарынан "Күстәнәс", "Ҡыйғыр" бейеү ансамблдәре лә килгәйне. Халыҡ-ара бейеү көнөнә ҙур бейеү байрамы ойошторолдо.Бөгөн бейеү ансамбленә Руслан Моталлипов етәкселек итә. Уның составында мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәр бейеүселәрҙән торған коллективтар төҙөлгән. Балалар, өлкәндәр төркөмө бар, төрлө ойошманың ҡатын-ҡыҙҙарынан "Фантазия" ансамбле тупланған.

Салауат районының бейеү коллективының юбилейына "Үҙән" район-ара хореография фестивале үтте.
Район мәҙәниәт йортонда "Йүрүҙән" халыҡ бейеү ансамбленең 65 йыллығы ҙурлап уҙғарылды. Коллективты район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев һ.б. ҡотланы. Ансамбль етәкселегенә һәм уның ағзаларына Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөн бейеү ансамбленә Руслан Моталлипов етәкселек итә. Уның составында мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәр бейеүселәрҙән торған коллективтар төҙөлгән. Балалар, өлкәндәр төркөмө бар, төрлө ойошманың ҡатын-ҡыҙҙарынан "Фантазия" ансамбле тупланған.
"Йүрүҙән"дең юбилейына Торналынан "Әй ынйылары", күрше Дыуан һәм Ҡыйғы райондарынан "Күстәнәс", "Ҡыйғыр" бейеү ансамблдәре лә килгәйне. Халыҡ-ара бейеү көнөнә ҙур бейеү байрамы булды.
Читайте нас: