Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель , 10:03

Милли кейем көнөнә арналған открыткалар почта әйләнешенә сыҡты

Почта әйләнешенә Милли кейем көнөнә арналған открыткалар сыҡты. Тематик серия өс открытканан тора, уларҙа көньяҡ башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме, йорт старшинаһы кейеме һәм Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме төшөрөлгән.

Почта әйләнешенә Милли кейем көнөнә арналған открыткалар сыҡты. Тематик серия өс открытканан тора, уларҙа көньяҡ башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме, йорт старшинаһы кейеме һәм Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме төшөрөлгән.
Открыткаларҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы сығара башланы.
Открыткаларҙың рәсемле яғын башҡорт һәм рус телдәрендәге яҙыуҙар биҙәй. Уларҙың стандарт почта маркаһы бар.
Башҡорт милли тематикаһына арналған почта продукцияһын элек тә күрергә мөмкин ине. 1933 йылда «СССР халыҡтары» серияһында тирмә һәм аттар янында милли кейемдәге башҡорттар төшөрөлгән марка почта әйләнешенә сығарылды. Шул ваҡыттан алып йөҙ тапҡырҙан ашыу Башҡортостандың күренекле шәхестәренә, уның тарихына, тәбиғәтенә һәм административ ҡоролошона бағышланған конверттар, маркалар, открыткалар донъя күрҙе.
Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров апрелдә һәм октябрҙә республикала Милли кейем көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, башҡорт милли костюмы төшөрөлгән открыткалар коллекционерҙар һәм посткроссерҙар өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.
«Открыткалар менән алмашыу Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм унан ситтә йәшәгәндәрҙе халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу өсөн шәп мөмкинлек бирә», — тип билдәләне Ирек Ғәлимов.