Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Апрель 2021, 15:47

БӨГӨН – МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ

Салауат районы халҡы Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды.Район хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл ағинәйҙәре, балалар һ.б. милли кейемдә төшкән фотолары менән социаль селтәрҙәрҙә бүлеште.Милли кейем байрамы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр уҙғарыла: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Был көндә бөтә республика буйлап төрлө саралар ойошторола: конкурстар, флешмобтар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар һәм башҡалар.Фотолар – социаль селтәрҙәрҙән.

Салауат районы халҡы Милли кейем көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды.
Район хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл ағинәйҙәре, балалар һ.б. милли кейемдә төшкән фотолары менән социаль селтәрҙәрҙә бүлеште.
Милли кейем байрамы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы йылына ике тапҡыр уҙғарыла: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Был көндә бөтә республика буйлап төрлө саралар ойошторола: конкурстар, флешмобтар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар һәм башҡалар.
Һүрәттә: Малаяҙ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусылары.
Читайте нас: