Бөгөн, Өфө ҡалаһындағы “Торатау” конгресс-холында 8 Март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты үтте.
Тамаша залына төрлө һөнәр эйәләре ҡатын-ҡыҙҙар, күп балалы әсәләр саҡырылған. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Салауат районынан был сарала Малаяҙ үҙәк дауаханаһы педиатры Гүзәл Мифтахова, “Хәйбуллин” крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы башлығы урынбаҫары Резида Хәйбуллина, 3-сө Малаяҙ балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Гусева ҡатнашты.