Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2021, 15:17

АФАРИН СӘЙЕТҒАЛИНДАР!

Урмансы ауылынан Лидиә һәм Сафуан Сәйетғалиндар башҡорт ғаиләләре араһында уҙғарылған республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.

Урмансы ауылынан Лидиә һәм Сафуан Сәйетғалиндар башҡорт ғаиләләре араһында уҙғарылған республика конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙ Стәрлетамаҡта үтәкәсәк конкурстың Гала-концертында ла ҡатнашасаҡ. Жюри ағзалары финалистарҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә оҫталығы”, “Ғаилә ижады” номинацияларында баһалаясаҡ.
Әйткәндәй, Сәйетғалиндар Урмансы ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре, улар “Етегән” халыҡ ансамблен етәкләй. Тырыш ғаилә төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен даими һынап, еңеү яулай. Районда тәүге этнойорт ойоштороусылар ҙа тап улар.
Читайте нас: