Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль 2021, 20:58

ЯҢЫ СҮРӘКӘЙҘӘ – САМАУЫР БАЙРАМЫ

Нуғай ауылында үҙенсәлекле милли байрам үткәрелде. Мәҙәни сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ойошторолдо.

Нуғай ауылында үҙенсәлекле милли байрам үткәрелде. Мәҙәни сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ойошторолдо.
Яңы Сүрәкәй ауылының Нуғай шишмәһе эргәһендәге яланға ике башҡорт тирмәһе ҡоролғайны. Бер яҡта боронғо еҙ самауырҙарҙан алып хәҙерге тимер һәм фарфор самауырҙарға тиклем күргәҙмә ҡуйылғайны. Байрам үтәсәк майҙан матур итеп биҙәлгәйне.
Самауыр байрамы йәш ғаиләләр ҡатнашлығындағы бәйгегә ҡоролғайны. Өс ғаилә шишмәнән һыу килтереп, самауыр ҡайнатыу буйынса ярышты. Ижади конкурстар ҙа булды. Балаларға арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек уйындар ҙа ойошторолдо.
Сәхнәлә Яңы Сүрәкәй, Ҡарағол ағинәйҙәре, Мөрсәлим ауылының “Умырзая” фольклор коллективы, ауыл һәүәҫкәрҙәре, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар йыр-бейеү менән сығыш яһаны. Нуғайҙарға был көндө ҙур байрам булды.
Мөрсәлим ауыл биләмәһенең Яңы Сүрәкәй ауылы "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнаша. Беҙ уларға конкурста уңыштар теләйбеҙ! Афарин, сүрәкәйҙәр!
(Байрамдың тулы репортажын “Йүрүҙән” гәзитендә уҡығыҙ).
Читайте нас: