Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2021, 12:25

Рәми Ғарипов

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры , тәржемәсе, яҡташыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған көнө.

Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.

Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
---------------------
***

Мин үҙемде бала кеүек тоям,
Һағынып гел һине уйлаһам.
Йөрәгемә серле шатлыҡ тула –
Әллә көс ул, әллә ул илһам?

Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың
Кәрәкһеҙ бер тиле емеше?
Әллә мәңге янып ҡала торған
Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө.

Белмәйем мин: күңелемдә һиңә
Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт?
Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта
Миңә яҡты, миңә рәхәт…
----------------------
Өндәшеү

Ни бар һинең өндәшеүеңдән дә
Мәғәнәһеҙерәк, вағыраҡ?..
Әйтер һүҙҙе ярып әйтер инем,
Тик көтөргә булам аҙыраҡ.

Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә,
Тик атымды ғына ҡыуамын.
Өйҙә ҡайғым көтөп торғанда ла
Мин ниңәлер ҡайтам ҡыуанып...

Ә һин өндәшмәйһең – байлығың шул,
Шунда һинең бөтә ныҡлығың...
Мин бөгөндән һиңә ҡайтмаҫ инем,
Үкендерер иртән юҡлығың...

Һөйәм бит мин! Һөйәм сабыр, ауыр
Һөйөү менән, өҙмәй өмөттө, -
Һүҙе лә бар миндә һандуғастың,
Күҙе лә бар миндә бөркөттөң.
Читайте нас: