Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2021, 12:06

«Беренсе Республика» фильмы Белоруссияла «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә еңеү яуланы

«Беренсе Республика» фильмы «Иң яҡшы фильм» номинацияһында «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә еңеү яуланы. Ул инглиз телендәге субтитрҙар менән күрһәтелде.

«Беренсе Республика» фильмы «Иң яҡшы фильм» номинацияһында «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә еңеү яуланы. Ул инглиз телендәге субтитрҙар менән күрһәтелде.
Билдәле режиссер Булат Йосоповтың тарихи картинаһы башҡорт профессиональ сәнғәте, әҙәбиәте, драма һәм музыкаль театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары тураһында һөйләй.
Кинофестиваль Белоруссияла 1-6 февралдә уҙҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында – Рәсәй, Израиль, Бөйөк Британия, АҠШ, Болгария, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡытай һәм Австралиянан кино эштәре.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в