Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль 2021, 23:18

Башҡорт тарихы йылы асылды

Салауат районында Башҡорт тарихы йылына ауыл биләмәләре араһында “Ал да нур сәс халҡыңа!” фестиваль-марафоны старт алды.

Бөгөн Салауат районында Башҡорт тарихы йылына рәсми старт бирелде.
Байрам башҡорт халҡының гимны – “Урал” ҡурай моңо менән башланды. Тантанала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан билдәләнгән йылды асыҡ, тип иғлан итте. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айҙар Ноғаманов Башҡорт тарихы йылының маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында һөйләне.
Сара район мәҙәниәт йортоноң “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле, “Шәрҙәле” коллективы, “Йүрүҙән” бейеү ансамбле, Лилиә Динисламова, Розалина Шәмсетдинова, Мөрсәлим ауылының “Умырзая” фольклор коллективы ҡатнашлығындағы концерт номерҙары менән байытылды.
Салауат районында Башҡорт тарихы йылына ауыл биләмәләре араһында “Ал да нур сәс халҡыңа!” фестиваль-марафоны старт алды. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов уның штандартын Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамовҡа тапшырҙы.
(Тулыраҡ репортажды "Йүрүҙән" гәзитендә уҡығыҙ).
Читайте нас: