Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль 2021, 15:40

БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ

8 февралдә, дүшәмбе, Салауат районында Башҡорт тарихы йылын рәсми асыу тантанаһы була.

8 февралдә, дүшәмбе, Салауат районында Башҡорт тарихы йылын рәсми асыу тантанаһы була.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы, тип иғлан итте. Сара Малаяҙҙа район мәҙәниәт йортонда концерт программаһы менән үтә. Башҡорт тарихы йылына Салауат районы ауыл биләмәләре араһында тарихи-мәҙәни фестиваль-марафон ойоштороласаҡ. Тантанала райондың бер ауыл биләмәһе шуның эстафетаһын ҡабул итәсәк. Байрам 16.00 сәғәттә башлана (6+).
Шул уҡ көндө Салауат Юлаев музейында "Тыуған яғым: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге" темаһына тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" була (14.00 сәғәттә). Район конференцияһы Рәсәй фәне көнөнә һәм Башҡорт тарихы йылына арнала. Белеүегеҙсә, Рәсәйҙә быйыл Фән һәм технологиялар йылы, тип иғлан ителде.
Фото: район мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: