Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2020, 21:13

"ШӘРҘӘЛЕ"ЛӘР – "БАЙЫҠ" ФИНАЛЫНДА

Бөгөн, 19 декабрҙә, "Байыҡ – 2020" республика телевизион башҡорт бейеү бәйгеһенә йомғаҡ яһала. Финалда Салауат районы данын "Шәрҙәле" фольклор коллективы яҡлай. ТУРА ЭФИР БСТ каналында тиҙҙән башлана.

Бөгөн, 19 декабрҙә, "Байыҡ – 2020" республика телевизион башҡорт бейеү бәйгеһенә йомғаҡ яһала.
Финалда Салауат районы данын "Шәрҙәле" фольклор коллективы яҡлай. ТУРА ЭФИР Башҡортостан юлдаш телевидениеһында (БСТ) 20.30 сәғәттә башлана. Унда "Байыҡ"тың еңеүселәре билдәләнә. Район мәҙәниәт йортоноң "Шәрҙәле" ансамбленә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: район мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: