Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Декабрь 2020, 21:06

Наҙгөл “Йәшлек шоу” финалында сығыш яһай

Шәмбе, 19 декабрҙә, “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең йомғаҡлау концерты үтә.Финалға үтеүселәр Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта уҙған ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнде. Улар араһында Салауат районынан һәләтле йәш йырсы ҡыҙ Наҙгөл Отузова ла бар.

Шәмбе, 19 декабрҙә, “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең йомғаҡлау концерты үтә.
Финалға үтеүселәр Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта уҙған ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнде. Улар араһында Салауат районынан һәләтле йәш йырсы ҡыҙ Наҙгөл Отузова ла бар. Ул Янғантау урта мәктәбенең 11-се класында белем ала. Яҡташыбыҙ бәйгенең ярымфиналында "Халҡыма" (Зилиә Бәхтиева һүҙҙәре, Юлиә Бәхтиева көйө) йырын тәҡдим итте. Белеүегеҙсә, Наҙгөл «Голос. Дети 5» (Беренсе канал) музыкаль телепроектында ҡатнашҡайны, «Во весь голос» (RU-ТВ) телепроектында һәм "Өфө тулҡыны" ("Спутник FM") йыр-моң проектында еңеү яулағайны. Уға "Йәшлек шоу"ҙа ла уңыштар теләйбеҙ!
“Башинформ”да хәбәр ителеүенсә, Гала-концертта 12 финалсы сығыш яһай. Конкурстың бүләк фонды: беренсе премия – 300 мең, икенсеһе – 200 мең, өсөнсөһө – 100 мең һум. Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡатнашлығында Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.
“Йәшлек шоу” фестивале 19 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында (БСТ) 18.30 сәғәттә башлана (12+).
Фото: видеояҙманан стоп-кадр.
Читайте нас: