Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2020, 14:00

Арыҫлан менән Марта еңеүҙәр яулай

Режиссёр Александр Галибин төшөргән "Һеңлекәш" фильмы тағы еңеү яулаған.

Режиссёр Александр Галибин төшөргән "Һеңлекәш" фильмы тағы еңеү яулаған.
Октябрь аҙағында Анапала үткән XXIX "Киношок" асыҡ кинофестивалендә балалар фильмдары конкурсында "Һеңлекәш" иң яҡшыһы тип табылған. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: бында баһалама ағзалары ла - балалар. Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле номинацияһында - Марта Тимофеева, иң яҡшы ир-егет роле буйынса иһә Арыҫлан Ҡырымсурин еңеүсе булып танылған.
Һәләтле йәш актёрҙар уйнаған "Һеңлекәш" фильмы бына шулай бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы геройҙарын уйнаған Йәмил-Арыҫлан менән Оксана-Марта һәр төбәктә кино һөйөүселәрҙең күңелен яулай.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: