Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Октябрь 2020, 01:40

БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ

Бөгөн Республика көнөнә арналған байрамда башҡорт эстрадаһы йырсылары Рәил Өмөтбаев менән Виктория Бакарди сығыш яһаны.

Бөгөн Республика көнөнә арналған байрамда башҡорт эстрадаһы йырсылары Рәил Өмөтбаев менән Виктория Бакарди сығыш яһаны.
Байрам концерты "Сәскә ат, республикам!" тип аталды. Район мәҙәниәт йорто артистары халыҡ менән бергәләп Башҡортостандың дәүләт гимнын башҡарыу буйынса флешмоб үткәрҙе.
Салауаттарға Башҡортостандың билдәле йәш йырсыһы Рәил Өмөтбаев "Һиңә генә", "Яҡындарыма" тигән дәртле һәм моңло йырҙарын бүләк итте. Башҡорт эстрадаһында яңы ҡабынған йондоҙ Виктория Бакардиның "Яратам һине" кеүек матур йырҙары халыҡ күңеленә хуш килде.
Байрам концертын райондың "Юлдаш" халыҡ вокаль инструменталь ансамбле, "Шәрҙәле" һәм "Сударушка" ансамблдәре, йырсы Лилиә Динисламованың да сығышы биҙәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә, 11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүгә 30 йыл тула.
Читайте нас: