Салауат районынының "Шәрҙәле" фольклор ансамбле "Байыҡ" телевизион конкурсының 2-се турында ҡатнашып, уның финалына үткәнен яҙып үткәйнек инде. “Шәрҙәле”ләр "Бәпес сәйе" бейеүен башҡарғайны. Бейеүҙең видеоһын һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Шәп бейейҙәр беҙҙекеләр! “Шәрҙәле"ләрҙе дәртләндереп, “лайк”тар ҡуйырға онотмағыҙ, дуҫтар!