Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Сентябрь 2020, 13:20

"САЛАУАТ БЫУАТТАР АША МӘҢГЕГӘ..."

26 сентябрҙә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлай улының вафат булыуына 220 йыл тулды.

26 сентябрҙә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлай улының вафат булыуына 220 йыл тулды. Шул уңайҙан батырыбыҙҙың тыуған ерендә - Тәкәй ауылы урынында "Салауат быуаттар аша мәңгегә..." тип исемләнгән иҫкә алыу сараһы үтте.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре "Салауат йәшәй халыҡ хәтерендә" тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Лилиә Динисламова, Ильфат Ямалиев, Пётр Кузнецов, Олег Сергеев, Нурзидә Ханнанова һәм Юлиә Садыҡова башҡарыуында йырҙар, "Йүрүҙән" халыҡ бейеүе ансамбленең сығышы бараһының да күңеленә хуш килде. Сараға килеүселәр тамашанан күтәренке кәйеф менән таралды.
Читайте нас: