Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2020, 13:21

«ҺЫЛЫУҠАЙ-2020» КОНКУРСЫНА КАСТИНГ

26 сентябрҙә кастинг төньяҡ-көнсығышта Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары өсөн уҙғарыла.

3 декабрҙә Өфө ҡалаһында Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы уҙасаҡ. Ошо уңайҙан кастинг иғлан ителде. Быйыл матурлыҡ бәйгеһе беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтәсәк.
Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим.
26 сентябрҙә кастинг төньяҡ-көнсығышта Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары өсөн уҙғарыла. Ул Мәсетле районы, Оло-Ыҡтамаҡ ауылында үтәсәк.
Читайте нас в