Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2020, 15:09

Шиғри бәйге – яңы форматта

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау буйынса зона ярышы быйыл яңы форматта уҙа.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау буйынса зона ярышы быйыл яңы форматта уҙа. Ижади бәйгелә 3-11 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн батырыбыҙҙың бер шиғырын һөйләп, видеояҙманы “Бәйләнештә” селтәренең Салауат Юлаев музейының рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Эштәр 22 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста еңеүселәр 25 сентябрҙә Салауат Юлаевтың хәтер көнөнә арналған сараға саҡырыласаҡ.
Читайте нас: