Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 12:07

БӨГӨН – МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ

11 сентябрҙә Башҡортостан халыҡтарының милли костюмы көнө билдәләнә.Бөгөн Салауат районында милли байрамға арналған саралар була. Ул 11.00 сәғәттә башлана.

11 сентябрҙә Башҡортостан халыҡтарының милли костюмы көнө билдәләнә.
Бөгөн Салауат районында милли байрамға арналған саралар була. Ул 11.00 сәғәттә башлана.
Малаяҙ ауылында район мәҙәниәт йорто майҙанында милли биҙәүестәрҙән, халыҡ кәсептәре, оҫталарының әйберҙәренән күргәҙмә һатыу ойошторола. Шунда уҡ биҙәүестәр, сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” акцияһы, концерт программаһы, милли кейемдәге үҫмер егеттәр араһында уҡтан атыу ярышы үткәреү планлаштырыла.
Салауат Юлаев музейы майҙанында фото-зона була. “Минең милли кейемем” балалар рәсемдәре күргәҙмәһе ойошторола.
Сара сиктәрендә “Өләсәйем һандығы”(өләсәйҙәрҙән ҡалған боронғо әйбер менән фотоға төшөү), “Сығанаҡтарҙан” (тәбиғәт ҡомартҡыһы янында милли кейемдә фотоға төшөү), “Эш урынында минең милли кейемем” (эшлекле кейемдә милли костюм элементтарын ҡулланып фотоға төшөү) флешмобтары уҙғарыла.
Райондың мәктәп-балалар баҡсаларында “Минең милли кейемем” темаһына асыҡ дәрестәр, викториналар, һүрәттәр конкурсы ойошторола.
Салауат районы Хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, Милли кейем көнөнә арналған саралар барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтә.
Шулай уҡ район халҡы милли кейемдә йәки уның элементтары менән фотоға төшөп, #МиллиКостюм #МойНациональныйКостюм хэштегтары менән үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һала ала. Акция көнө буйы дауам итә. Милли кейем көнөндә ҡатнашайыҡ!
Фото: Салауат районы Хакимиәтенең “Бәйләнештә” төркөмө.
Читайте нас: