Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Август 2020, 19:25

ГИТАРА МОҢО – “ҠОШ ЮЛЫ”

Миндеш ауылы егете Илнар Зарипов башҡорт бард фестивалендә икенсе урын яуланы.Ул конкурсҡа "Ҡайҙарҙа" һәм "Һине бәхет көтә" тигән йырҙарын тәҡдим итте.

“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале быйыл йәй Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы эргәһендә, Лаҡлы ауылынан алыҫ түгел, Ыласынташ ҡаяһы ҡаршыһында, Әй йылғаһы буйындағы яланда үтте. Бәйгелә Башҡортостандың төрлө райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенән гитара моңона ғашиҡ автор-башҡарыусылар ҡатнашты.
Беҙҙең Салауат районы данын унда Миндеш ауылынан Илнар Зарипов яҡланы. Ул Башҡорт дәүләт университетының Физика һәм математика институтында ситтән тороп 3-сө курсты тамамлаған. Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тауыш операторы булып эшләй.
– “Ҡош юлы” бард фестивале быйыл Ҡыйғы районында үтәсәген күҙ уңында тотоп, унда ҡатнашырға булдым. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙерләнергә тура килде. Конкурсҡа "Ҡайҙарҙа" һәм "Һине бәхет көтә" тигән йырҙарымды тәҡдим иттем. Һуңғыһының һүҙҙәрен театрҙың өлкән редакторы Динара Ҡәйүмова яҙҙы. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Фестиваль, әлбиттә, яҡты хәтирәләр һәм яңы дуҫтар бүләк итте. Йәмле Әй буйында ял итеп, илһамланып ҡайттым, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илнар.
Һәләтле яҡташыбыҙ икенсе урын алып, “Ҡош юлы – 2020” фестиваленең Дипломы һәм сертификат менән бүләкләнде.
Башҡорт бард фестивале быйыл туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылды. Ул Ҡыйғы районынан сыҡҡан башҡорт шағиры һәм драматург, журналист Рафаэль Сафиндың ижадына арналды. Сара сиктәрендә “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе лә булды.
Илнар Зариповтың "Ҡайҙарҙа" тигән дәртле йырын Ютуб-каналындағы видеояҙмала ҡарағыҙ
Читайте нас: