Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июль 2020, 14:20

6 июлдән 12-һенә тиклем Ғаилә аҙнаһы уҙасаҡ

Ул 8 июлдә Рәсәйҙә үтәсәк Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған. Ошо айҡанлы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы Малаяҙ ауылында Мәҙәниәт һәм ял паркында саралар үтәсәк.

Ул 8 июлдә Рәсәйҙә үтәсәк Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған. Ошо айҡанлы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы Малаяҙ ауылында Мәҙәниәт һәм ял паркында саралар үтәсәк.
Байрам менән яҡташтарын ҡотларға популяр йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айгиз Ханов та киләсәк.
Сара район мәҙәниәт йорто алдында асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы менән сәғәт 11.00-ҙә башлана. Байрамды асыу мәҙәниәт һәм ял паркында 14.00 сәғәттә башлана. Шунда уҡ хакимиәт башлығының ҡотлауы, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалын тапшырыу, байрам концерты, коляскалар парады һ.б. саралар үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһында 6 июлдән 12 июлгә тиклем “Ғаилә аҙналығы” иғлан ителде. Шуға бәйле Салауат районында ла төрлө саралар үткәреү планлаштырыла.
Читайте нас: