Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь 2020, 13:39

Дәүләт наградаларын алдылар

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Тантана “Арт-КВАДРАТ” ижади киңлек майҙансығында булды. Ошо күркәм сарала тәбрикләнеүселәр араһында райондаштарыбыҙ булыуы ифрат шатлыҡлы күренеш. Яҡташыбыҙ, популяр йәш йырсы Айгиз Ханов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемен алды. Ул Ҡыйғы районында тыуһа ла, Шәрип ауылында үҫә, Малаяҙ башҡорт гимназияһын тамамлай.
Район мәҙәниәт йортоноң “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле етәксеһе Илфат Ямалыевҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Малаяҙ ауылы егете Илфат “Юлдаш” төркөмө менән Рәсәй, республика, төбәк-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат исемдәрен яулай.
Райондаштарыбыҙҙы юғары награда алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: