Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2020, 16:22

Флешмобҡа Яҡуповтар ҡушылды

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобын башлап ебәрҙе. Ҡатнашыуға талантлы, социаль әүҙем, халыҡ ижадына ваҡыт бүлергә өлгөргән ғаиләләр саҡырыла. Йыр-бейеүгә оҫта, музыка ҡоралдарында уйнаған йәки биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнгәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ғаиләнең маһирлығын күрһәткән видеороликтар һалырға мөмкин. Был флешмобҡа Янғантау ауылынан Яҡуповтар ғаиләһе лә ҡушылды. Шәһит Яҡупов ҡурайҙа уйнай, бейей, йырлай. Бәләкәй Шамил да атаһынан ҡалышмай - бейергә, йырларға әүәҫ.

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобын башлап ебәрҙе. Ҡатнашыуға талантлы, социаль әүҙем, халыҡ ижадына ваҡыт бүлергә өлгөргән ғаиләләр саҡырыла. Йыр-бейеүгә оҫта, музыка ҡоралдарында уйнаған йәки биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнгәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ғаиләнең маһирлығын күрһәткән видеороликтар һалырға мөмкин.
Был флешмобҡа Янғантау ауылынан Яҡуповтар ғаиләһе лә ҡушылды. Шәһит Яҡупов ҡурайҙа уйнай, бейей, йырлай. Бәләкәй Шамил да атаһынан ҡалышмай - бейергә, йырларға әүәҫ.
Читайте нас: