Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2020, 14:12

ШИҒЫР БӘЙГЕҺЕ ДАУАМ ИТӘ

Әлкә ауылы китапханаһы ойошторған шиғыр һөйләүселәр видео конкурсы дауам итә. Ауыл халҡы үҙизоляция осоронда ваҡыттарын файҙалы уҙғара. Улар һуғыш темаһына яҙылған тетрәндергес шиғырҙары һөйләп ишеттереп, яҙмаларҙы интернет селтәренә һала. Конкурста педагогик хеҙмәт ветерандары Лена Ямалетдинова, Альмира Зиннурова, Фәрүәз Ғәлиуллин да ҡатнашып, тетрәндергес шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ ижади бәйгелә балалар, үҫмерҙәр ҙә көстәрен һынай. Айгүзәл Шәмсетдинова, Нияз Ғәлиуллин, Иҙел Ямалетдинов та конкурстан ситтә ҡалманы. Ә һеҙ үҙизоляция ваҡытында нәмә эшләйһегеҙ? Был хаҡта “Йүрүҙән” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ.

Әлкә ауылы китапханаһы ойошторған шиғыр һөйләүселәр видео конкурсы дауам итә. Ауыл халҡы үҙизоляция осоронда ваҡыттарын файҙалы уҙғара. Улар һуғыш темаһына яҙылған тетрәндергес шиғырҙары һөйләп ишеттереп, яҙмаларҙы интернет селтәренә һала.
Конкурста педагогик хеҙмәт ветерандары Лена Ямалетдинова, Альмира Зиннурова, Фәрүәз Ғәлиуллин да ҡатнашып, тетрәндергес шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ ижади бәйгелә балалар, үҫмерҙәр ҙә көстәрен һынай. Айгүзәл Шәмсетдинова, Нияз Ғәлиуллин, Иҙел Ямалетдинов та конкурстан ситтә ҡалманы.

Ә һеҙ үҙизоляция ваҡытында нәмә эшләйһегеҙ? Был хаҡта “Йүрүҙән” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: