Салауат районы ағинәйҙәре “Милли кейемдәрҙә фото” флешмобына ҡушылды.
“Милли кейем көнө менән ҡотлайым. Милли кейемдә фото һалығыҙ”, – тип, Янғантау мәктәбендә фотоға төшөп ҡуйып, бүтәндәрҙе лә флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина.
“Байрам менән, ҡыҙҙар! Флешмоб – бөгөнгө фотоны һалабыҙ! Һәр кем үҙен ҡуя: кейенә, матурлана, йылмая. Һағындырҙығыҙ бит, бер-беребеҙ менән онлайн күрешәйексе”, – тип был сараны Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева күтәреп алды.
Район ағинәйҙәре, флешмобҡа әүҙем ҡушылып, башҡорт милли кейемендә фотоға төшөп, дөйөм чатҡа ебәрҙе.
Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнергә тейеш. Эпидемиологик хәлгә бәйле, был байрамды онлайн форматында үткәрергә хәл ителде.