Әлкә ауылы китапханаһы ойошторған шиғыр һөйләүселәр видео конкурсында ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Үҙизоляция осоронда өйҙә ултырған әлкәләр һуғыш темаһына яҙылған тетрәндергес шиғырҙары һөйләп ишеттерҙе. Луиза Вәлиева, Гөлшана Шәйәхмәтова һөйләгән шиғырҙар һоҡландырғыс булды. Хатта яңыраҡ 87 йәшен билдәләгән Мөнирә Шөғәйепова ла ижади бәйгенән ситтән ҡалманы.