Әлкә ауылы китапханаһы шиғыр һөйләүселәр видео конкурсын иғлан итте. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған ижади бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн һуғыш темаһына арналған шиғырҙы тасуири итеп һөйләп, уны видеоға яҙырырға кәрәк. Һуңынан яҙманы китапхананың рәсми төркөмөнә
https://vk.com/club177979802 ебәрергә.