Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2020, 14:26

‼ТҮҘ, БАЛАҠАЙЫМ, ТҮҘ ИНДЕ ... (дауамы)

Йыуыныу бүлмәһендәге тауышҡа үҫмерҙәр йыйылып киткәйне. Ҡарағолов уларҙы пырлатып ҡыуып ебәрҙе. Ярты сәғәт самаһы таш иҙәндә ятҡас, әхирәттәре Йәмиләне күтәреп индереп, карауатҡа һалды. Ҡыҙҙар борсолоп та, ҡурҡып та уның ҡанға буялып бөткән күлдәгенә, шешенгән йөҙөнә, ҡан уҡмашҡан яраларына, сәсенә ҡарап ҡатты. Балалар менән гел ҡаш емереп, ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләшкән “алама” Альбина: – Сей тиҙәккә йыйылған себен кеүек йыйылмағыҙ, уға шул кәрәк, – тип екерҙе...ТУЛЫРАҠ...

Йыуыныу бүлмәһендәге тауышҡа үҫмерҙәр йыйылып киткәйне. Ҡарағолов уларҙы пырлатып ҡыуып ебәрҙе. Ярты сәғәт самаһы таш иҙәндә ятҡас, әхирәттәре Йәмиләне күтәреп индереп, карауатҡа һалды. Ҡыҙҙар борсолоп та, ҡурҡып та уның ҡанға буялып бөткән күлдәгенә, шешенгән йөҙөнә, ҡан уҡмашҡан яраларына, сәсенә ҡарап ҡатты. Балалар менән гел ҡаш емереп, ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләшкән “алама” Альбина:
– Сей тиҙәккә йыйылған себен кеүек йыйылмағыҙ, уға шул кәрәк, – тип екерҙе.
Йәмиләнең бөтә тәне ут кеүек яна, башы зеңкеп ауырта. Медсестра Әлфиә апай баш дарыуы эсерҙе, йәрәхәттәренә йод һөрттө. “Уф” тип башын сайҡаны:
– Бала яратмаған, эсендә йәне булмаған әҙәмдәрҙе ниңә тәрбиәсе итеп тоталар икән, ниңә генә тоталар икән, эй Аллам...
Сирбай Ҡарағолов үҫеп еткән ҡыҙ баланы туҡмауынан үҙе лә шөрләп ҡуйҙы. Йәмилә лагерҙан юғалғанда, Сирбайҙы йөҙ хәйлә менән ағай заты Солтан Бикташ ҡурсалап алып ҡалды. Балалар йорттарында төрлө аяныс хәлдәр булғылай. Химикат эсеп тә, күлгә батып та, аҫылынып та үләләр. Ошо уйҙан шомланып, өлкән тәрбиәсе Йәмиләләрҙең бүлмәһенә инде лә, әхирәттәренә сығып торорға ҡушты.
– Һин дә ғәйеплеһең, Йәнгилдина, мин дә ғәйеплемен. Тәрбиәсеңә башҡа ҡаршылашма, – тине ҡарлыҡҡан тауыш менән. – Күлдәгеңде сисеп, һабынлап йыу, былай хәстә булып ятма...
Ҡарағолов сығып киткәс, Йәмилә торорға маташты. Әммә башы әйләнде, күңеле болғанып уҡшыны. Шулай ҙа аяғына баҫты, бер-ике аҙым атлағайны, күҙ алдында нимәлер әйләнгән һымаҡ булып, саҡ йығылманы. Хәлгенәһе юҡ ине. Кире ятып, башын мендәргә терәне, ҡапыл күңеле тулышып, сеңләп илар­ға тотондо. Төнөн дә әүәлгесә иҙрәп йоҡлай алманы, баҫлығып, имәнес төш күреп һаташты. Бит-ҡулдары ҡараға, ҡанға буялған ҡомһоҙ заттар мәхшәр ҡуптарып баҫтыра. “Үлтерәм! Бөтөрәм!” – тип быуырға маташ­ҡандары өлкән тәрбиәсе менән директор, имеш...
Иртәнсәк балалар йорто директоры Солтан Бикташ килеп инде. Бик шыма, бик хәйләкәр кеше ул. Ситтән килгән кешеләргә ифрат та бала йәнле булып күренә, үҙен тәрбиәләнеүселәрҙең атаһы итеп таныта. Ғәмәлдә иһә торпай, рәхимһеҙ. Әле лә яғымһыҙ ғына өндәште:
– Нимә, әллә тора алмай ятаһыңмы? Телегеҙҙе тыя алмайһығыҙ. Тел өсөн эләгә һеҙгә, тел өсөн! Сирлегә һабышып ятма, температураң булмаһа, тороп иҙән йыу, урам һепер...
Йәнгилдина шуны эшләһен, быны эшләһен, тип балаларҙан көнө буйы әйттер­ҙе директор. Был – уның ғәйәт ныҡ яратҡан һәм йыш ҡулланған тәрбиәләү алымы.
– Шундай ҡиәфәт менән мин ҡалай итеп урамға сығайым. Башым да әйләнә, хәлем дә юҡ. – Йәмилә “атай”ға шундай яуап ебәреп ятты.
Медсестра күгәргән урынға һөртә торған май бирҙе. Көҙгөлә ярылған маңлайын, ҡашын, күгәргән күҙҙәрен күреп, күңелен йәнә рәнйеү тойғоһо биләне Йәмиләнең. Директор линейкала бөтә балалар алдында: “Йәнгилдинаға аҙ эләккән әле, һабаҡ алыр өсөн тағы ла нығыраҡ кәрәк булған”, – тигән. Эш шуға киткәс, көн күрһәтмәҫтәр инде. Йәмиләне бер аҙна ҡараған әбей: “Яман үҙен белмәҫ, яҡшыны күҙгә элмәҫ”, – тигәйне. Ҡайһылай хаҡ әйткән. Ямандарҙың ағыуы күңелдәрендә икән шул. Юҡ, өндәшмәй, өн сығармай ғына ҡалырға ярамай. Золомлоҡ: “Мин оло”, – тип нығыраҡ ҡоторасаҡ.
Балалар йорто етәкселеге балаларҙы йәберләүҙе йәшереп ҡалдырырға, ялтырап күренергә күнеккән. Берәй ҡайҙа барып һөйләмәһен, зарланмаһын тип, Йәмиләне өс көн буйы күҙ уңынан ысҡындырманылар. Дүшәмбе көн иртән Солтан Бикташ йәнә үҙе пәйҙә булды. Йәмиләнең кейенеп тороуын күреп:
– Ҡайҙа йыйынаһың? – тип һораны.
– Мәктәпкә, – тине Йәмилә. – Уҡыуым ҡала бит.
Ул ятаҡтан сығып, мәктәп яғына ыңғайланы ла, ҡапыл уңға боролоп, ауыл урамына ҡарай атланы. Хакимиәт башлығы Латиф ағай эш урынында ине. Йөҙө-төҫө йәмһеҙләнгән Йәмиләнән үҙе үк бөтәһен дә тәфсирләп һорашты. Һеңлем, табиптарға күренеү мотлаҡ, тип, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡырҙы.
Ентекләп ҡарап, суд-медицина эксперты ун ете йәшлек күбәләктәй ҡыҙҙың тән йәрәхәттәрен, ҡан һауған, шешкән урындарын теҙеп яҙҙы. Шунан дауаханаға һалдылар. Табиптар “Көслө баш мейеһе йәрәхәте яһал­ған, баш мейеһе һелкенгән” тигән диагноз ҡуйҙы.
Өс көн үтте, дүрт көн үтте... Тәрбиәселәр ҙә, әхирәттәре лә килеп, Йәмиләнең хәлен белмәне. Ауылдан мәктәптә бергә уҡыған һабаҡташтары шуны әйтте: әхирәттәрен тәрбиәселәр ебәрмәй, барырға баҙнат итеүселәрҙе балалар йортонан ҡыуыу менән янай­ҙар. Сирбай Ҡарағолов Йәмиләне яманлай, миңә ниндәй күҙҙәре менән ҡарар, ти икән.
– Ә ул үҙе миңә ниндәй күҙҙәре менән ҡарар икән һуң? – тине Йәмилә, әсенеп.
Зыңғырлап телефон шылтыраны.
– Һеҙ хәбәрсе Сәфәр Бәшәров булаһығыҙмы?
– Эйе, эйе, тап үҙе.
– Мин хаҡлы ялдағы уҡытыусымын. Һеҙҙең ғәҙеллек, изгелек, әхлаҡ-әҙәп тураһындағы яҙмаларығыҙҙың береһен дә ҡалдырмай уҡып барам. Әле, йәнем әрнеп, дауахананан шылтыратам. Янымда балалар йортонан бер ҡыҙ ята. Тәрбиәсеһе туҡмаған. Исеме генә тәрбиәсе, ә үҙе йыртҡыс, күрәһең. Ул бәндәнең ысын йөҙөн асһағыҙ, һеҙ генә асырһығыҙ.
Әүәл үҙе лә уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән Сәфәр Бәшәров, башҡа хәстәрлектәрен ҡалдырып, шундуҡ дауаханаға юлланды. Сәфәр асыҡ ишектән ингәндә, алсаҡ йөҙлө апай Йәмиләне йылы һүҙҙәре менән йыуата ине:
– Тормош шулай инде, ҡыҙым, төн менән көн кеүек, уның төрлө сағы була. Шуның һымаҡ, донъяла әҙәмдең яманы ла, яҡшыһы ла бар. Ямандың асыуы менән үсе күп, яҡшының уйы ла, эше лә яҡшы. Аламанан ғибрәт, һәйбәттән үрнәк ал, балам. Ҡыйынлыҡҡа бирешмә...
– Һай, афарин, апай! Һеҙ – олуғ остаз, ысын тәрбиәсе. – Сәфәр бик ихлас иҫәнләшеп, хәл белешеп, ҡыҙға күстәнәс итеп килтергән еләк-емеш һутын һуҙҙы. Йәмиләнең шеше ҡайтмаған, күге бөтмәгән йөҙө нурланып, алһыуланып китте.
– Ағай, һеҙгә ҙур рәхмәт! Әммә мин бында артабан уҡый алмам инде. Ауылыма ҡайтырмын, – тине Йәмилә хушлашҡанда моңһоу ғына.
– Юҡ, юҡ, ҡайтма! Бирешмә! Рәнйетһәләр, миңә шылтырат. Йәһәт кенә килеп етермен. – Шул саҡ эске ҡыуанысынан йәмләнеп, йәнләнеп киткән ҡыҙға Сәфәр телефон номерын яҙып тотторҙо.
Сәфәр табиптар, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, балалар менән осрашып һөйләште. Сирбай Ҡарағоловты ваҡытлыса ялға ебәргәндәр. «Ел-дауылдан ситтәрәк торһон», – тип, сараһын күреүҙәре инде үҙҙәренсә. Әммә бөтәһенең дә күҙен томалап, ауыҙын ҡаплап ҡуйып булмай.
Урта мәктәп директоры урынбаҫары белгәнен Сәфәргә йәшермәй һөйләне:
– Балалар йортоноң эшенә беҙ ҡыҫыла, йоғонто яһай алмайбыҙ. Унда тәрбиәләнеүселәр беҙҙең мәктәпкә фәҡәт уҡырға ғына йөрөй. Балалар йортонда, ысынлап та, ҡурҡытыу педагогикаһы, ҡул күтәреп тәрбиәләү хакимлыҡ итә. Ҡыуып ҡайтарабыҙ, тип гелән ҡурҡытыу, йәберләү һөҙөмтәһендә балалар бигүк асылып та бармай. Сер итеп әйткәндә, Солтан Бикташ – район түрәләре менән ҡулдаш, арҡаҙаш. Хужалыҡтарҙа эшләгән өсөн алған хаҡ та әллә ни етемдәргә эләкмәй, тиҙәр. Өлкәнерәк йәштәге балалар­ҙы директор түрә-ҡараның йорттарында, баҡсаларында эшләтә, тиреҫ түктертә, түтәл ҡаҙҙырта, бәрәңге, кишер, сөгөлдөр сәстертә, мунсаларына утын ярҙырта...
– Ә Йәмилә ниндәйерәк ҡыҙ?
– Минеңсә, уның ыңғай яҡтары күп. Анығыраҡ итеп класс етәксеһе әйтер.
– Эйе, Йәмилә менән аңлаша, уртаҡ тел таба белергә генә кәрәк, кешеләрсә мөнәсәбәт булһа, әйткәнде тыңлай ул.
Һабаҡташтары ла Йәмиләне хуп күрә:
– Һәйбәт ҡыҙ. Аралаша, шатлығы-ҡайғыһы менән дә уртаҡлаша. Сирбай ағай үҙе холоҡһоҙ...
Күрәһең, балалар өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловтан бер ваҡытта ла яҡты сырай күрмәй, йылы һүҙ ишетмәй. Уның бөтә тәрбиә сараһы – яман итеп тиргәү, һүгеү, йәбер!
Директор Солтан Бикташ иһә журналисҡа өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловты үрнәккә лә, күрмәккә лә бар кешеләй маҡтаны:
– Ифрат егәрле, киң белемле, талапсан, педагогиканы биш бармағы һымаҡ белә. Сирбай балалар менән эшләү өсөн генә тыуған...
Йәмиләне ҡырағайҙарса йәберләү ваҡиғаһы булмаһа, туҡмалған ҡыҙ баланы үҙ күҙҙәре менән күрмәһә, бәлки, Сәфәр Бәшәров та быға ышаныр ине. Тәрбиәселәрҙең тәрбиәсеһе булырға тейешле директор күҙгә ҡарап алдай. Күҙ ҙә йоммай алдай...
Йән тетрәткес хәлде белдереп, сара күреүҙәрен үтенеп, Сәфәр Бәшәров мәғариф министры урынбаҫары Мырҙабай Яубаҫаровҡа шылтыратты.
– Ҡарамалы балалар йорто республикала иң яҡшынан, директоры иң күренекленән иҫәпләнә. Булған-булмаған хәлде ҡабартмағыҙ, юҡ-бар хәбәрҙе ҡуйыртмағыҙ инде, – тине ул, ажарланып. Бындай яуапты көтмәгәйне Сәфәр мәғариф министры урынбаҫарынан. Моғайын, ҡул ҡулды йыуалыр. Буш һүҙ түгелдер. Килгәнендә һыйланып, Солтан Бикташтан мулланып сыға, тиҙәр...
Бына ниндәй кимәлдә беҙҙең бәғзе педагогтарҙа әхлаҡ-әҙәп, тип йәне үртәлде журналистың. Ни хәлгә төштөк? Ҡайҙан, кемдән яҡлау эҙләргә? Балаларҙы рәнйетеүҙән, йәберләүҙән, уларҙың тәғәменә ҡул һоноуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр донъяла...
Бер нисә айҙан республика матбуғатында күренекле балалар йорто директоры Солтан Бикташҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеме бирелеүе тураһында хәбәр, район гәзитендә ихлас күңелдән ҡотлау баҫылып сыҡты...
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
ХИКӘЙӘНЕҢ БАШЫ https://vk.com/club140222371?w=wall-140222371_5896&z=photo-140222371_457243427%2Falbum-140222371_00%2Frev
Читайте нас: