Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Март 2020, 17:05

“БАШҠОРТОСТАН ТАЛАНТТАРЫ”НЫҢ ЛАУРЕАТЫ

Таныш булығыҙ районыбыҙҙың тағы ла бер моңло һандуғасы – София Сәйетғалина. Торналы мәктәбенең 5-cе класс уҡыусыһы София үҙен төрлө йыр бәйгеләрендә һынай, көслө, үҙенсәлекле тауышы менән төрлө сараларҙы биҙәй.Күптән түгел һәләтле ҡыҙ Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында ҡатнашты. София тәжрибәле педагог Айгөл Гәрәеваның етәкселегендә сығыш яһап, 3-сө дәрәжәле лауреат булды. Йырсы ҡыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Таныш булығыҙ районыбыҙҙың тағы ла бер моңло һандуғасы – София Сәйетғалина. Торналы мәктәбенең 5-cе класс уҡыусыһы София үҙен төрлө йыр бәйгеләрендә һынай, көслө, үҙенсәлекле тауышы менән төрлө сараларҙы биҙәй.
Күптән түгел һәләтле ҡыҙ Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында ҡатнашты. София тәжрибәле педагог Айгөл Гәрәеваның етәкселегендә сығыш яһап, 3-сө дәрәжәле лауреат булды. Йырсы ҡыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: