Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2020, 12:08

ТҮҘ, БАЛАҠАЙЫМ, ТҮҘ ИНДЕ

Ҡапыл ғына күңеле болоҡһоно Йәмиләнең. Балалар йорто тәҙрәһенән алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән инәһе яҙған яуапты алып, күҙе йәшләнеп уҡырға тотондо. Әүәлерәк: “Бында башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, ныҡ йәберләйҙәр, ауылыма ҡайтайым, инәкәйем”, – тип хат ебәргәйне. Мәгәр инәһе уның бәләкәй туғандарының хәлен аңларға, сабыр булырға, түҙергә өгөтләй: “...Балаҡайым, бәғеркәйем, иҙән йыуыусы булып ҡына эшләп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенә бөтәгеҙҙең дә тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенә өҫ-башын бөтәйтәйем. Аңлайым, ситтә, ете ят араһында ауыр­ҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Әҙәм яман шул хәҙер. Әммә балалар йортонда һине түләүһеҙ ашаталар, кейендерәләр. Мәктәпте тамамлағас, берәй училище-маҙарға инер­һең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисә йыл түҙҙең...” Шул саҡ йөрәген ҡалтыратып, өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловтоң ҡотһоҙ тауышы яңғыраны...

Ҡапыл ғына күңеле болоҡһоно Йәмиләнең. Балалар йорто тәҙрәһенән алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән инәһе яҙған яуапты алып, күҙе йәшләнеп уҡырға тотондо.
Әүәлерәк: “Бында башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, ныҡ йәберләйҙәр, ауылыма ҡайтайым, инәкәйем”, – тип хат ебәргәйне. Мәгәр инәһе уның бәләкәй туғандарының хәлен аңларға, сабыр булырға, түҙергә өгөтләй: “...Балаҡайым, бәғеркәйем, иҙән йыуыусы булып ҡына эшләп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенә бөтәгеҙҙең дә тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенә өҫ-башын бөтәйтәйем. Аңлайым, ситтә, ете ят араһында ауыр­ҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Әҙәм яман шул хәҙер. Әммә балалар йортонда һине түләүһеҙ ашаталар, кейендерәләр. Мәктәпте тамамлағас, берәй училище-маҙарға инер­һең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисә йыл түҙҙең...” Шул саҡ йөрәген ҡалтыратып, өлкән тәрбиәсе Сирбай Ҡарағоловтоң ҡотһоҙ тауышы яңғыраны:
– Нимәгә ҡарап ҡаттың таш һын һымаҡ? Эш бөткәнме әллә? Бөгөн малайҙар менән бергә һин дә урман хужалығына бараһың, Йәнгилдина. Мотлаҡ!
– Бара алмайым. Төштән һуң яуаплы дежур ярҙамсыһымын. Йүнле эш кейемдәрем дә юҡ. – Шулай аҡланмаҡсы итте ҡыҙ.
Был кешене ене менән бер күреп, уға йыш ҡына ҡаршы өндәшә ине ул.
– Алдашаһың! – Ҡарағолов Йәмиләнең беләгенән ҡымтып тотоп, йәшәгән бүлмәһенә алып инде. Кейем шкафын асып, әйберҙәрен берәм-берәм иҙәнгә быраҡтырҙы. Улар араһынан туҙған, ямалған иҫке трико, тишек-ярыҡ итек килеп сыҡты.
– Бына былар эш кейеме түгелме ни һиңә? Түгелме ни? Һеҙгә ҡупшы эш кейеме алып бирергә хөкүмәттең Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
– Ни эшләп булмаһын? Йәй буйы ең һыҙғанып, тиргә батып эшләйбеҙ. Шул аҡсаға ниңә яңы кейем алып бирмәйһегеҙ? Итегемә һыу үтә.
– Күпте күрһәң, күп һөйләһәң, елкәңә алыр­һың, ҡыуылырһың. Күҙ-ҡашыңды буяп, алаҡанларға беләһең, ә эшкә тигәндә – елкәң йоҡа. Хәҙер үк умывальникка барып йыуын да эшкә һыпырт, күҙ көйөгө булып йөрөмә!
Йәмилә ҡымшанмай ҙа торҙо.
– Кемгә әйтәләр, йыу һөрмәңде!
– Юҡ, йыумайым...
– Иш-шеү ҡаршылашып маташаһыңмы, бисура.
Өлкән тәрбиәсе Йәмиләнең сәсенән эләктереп, йыуыныу бүлмәһенә әйҙәне һәм ярһыу менән эскә этте. Ҡыҙыҡай “аһ” итеп йыуынғысҡа барып бәрелде.
– Йыу күҙ-ҡашыңды! Башҡаса улайтып буяйһы булма!..
– Йыуырғамы-юҡмы икәнен үҙем беләм. Һеҙҙең ҡыҙ кешенең биҙәнеү-төҙәнеүендә ни ҡыҫылышығыҙ бар? Миңә инде ун ете йәш.
– Башыңды төймәҫ борон йыу!
– Теймәгеҙ миңә, ҡағылмағыҙ миңә, – тип үрһәләнде Йәмилә ҡулдарын һелтәй-һелтәй. Әммә ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле Ҡарағолов:
– Йыу тим мин һиңә, йыу! – тип ҡыҙҙы сәсенән тотоп елтерәтте һәм тағы төртөп ебәрҙе.
Ҡыҙ был юлы тағы ла ҡатыраҡ һуғылып, танауы субырлап ҡанай башланы. Йәмиләнең йәнен әйтеп аңлата алмаҫлыҡ асыу-нәфрәт солғаны һәм үҙе лә һиҙмәҫтән “Ҡәбәхәт!” тип, ҡанлы ҡулы менән тәрбиәсенең битенә сәпәне.
– Эттән тыуған нәҫтә! Әле һин тәрбиәсеңә ҡул күтәрәһеңме?
Күҙҙәре аларған Ҡарағолов тос йоҙроғо менән ҡыҙыҡайҙың күҙ төбөнә тондорҙо. Йәмилә иһә йән әсеһе менән: “Үлтерә!” – тип ҡысҡырҙы. Әммә Ҡарағолов ни эшләгәнен белмәй, уның башын стенаға төкөтөп-төкөтөп, таш иҙәнгә йыға һуҡты. Илереү хәлендәге тәрбиәсе ҡыҙҙың ҡулбашына, эсенә тибеп, һүгенә-һүгенә сығып китте. Йәмилә ауыр ыңғырашып ятып ҡалды.

* * *

...Йәмиләне ун өс йәшендә балалар йортона оҙаттылар. Инәһенә яңғыҙы дүрт баланы бағыу ауыр ине. Атаһы Чернобыль фажиғәһен баҫыуға саҡырылып, шунда йөрөп, бик ҡаты ағыуланып, үлеп ҡалды. Туғандарынан, өйөнән айырылып китеү бик яманһыу булды йөрәгенә. Балалар йортондағы йәшәйеш, көнитмеш, тәрбиәселәрҙең юҡ-бар өсөн дә битәрләүе яманһыулыҡты тағы ла арттыра ине. Һис кенә лә ҡыҙғанмайҙар, йәлләмәй­ҙәр. Ун, ун бер йәшлек балаларҙы йәйәү йөрөтөп, утыҙ-утыҙ биш градус эҫелә көн оҙоно сөгөлдөр утаталар. Ауыл халҡы, ауыр һулап, “бахырҡайҙар” тип, йәлләп ҡарап ҡала. Эштән әҙәм балаһы үлмәй, әлбиттә. Кәмһетеүҙәре генә яман. Бигерәк тә инәйҙәрен ҡыҫтырып тиргәүҙәре, тиңдәштәренең хаттарын асып уҡып, рәнйетеүҙәре йөрәктәрен өтә. Бәләкәстәр шым булһа, иҫ-һуш кергәндәр ҡаршы һөйләшә:
– Беҙ былай ҙа етем. Йәберләмәгеҙ, ҡул күтәрмәгеҙ...
– Һеҙҙе бында беҙ көсләп килтермәгән. Килгәнһегеҙ икән, ни әйтһәләр, шуны үтәгеҙ! – Шулай екерәләр.
Ҡайһы бер тәрбиәселәр, йәндәре сыға яҙып, йыш ҡына:
– Хайуан!.. – тип аҡыра. Сирбай Ҡарағолов иһә туҡтауһыҙ “уйнаштан тыуған”дан һалдыра.
Бындай йәбергә сыҙамайынса, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Земфира тап Сирбайса ысҡындырҙы:
– Үҙең уйнаштан тыуған...
Ҡарағолов, зәһәрен сәсеп, Земфираны тибеп осорҙо:
– Хәш-шәрәт!
Балалар, йоҡларға ятҡас, үҙ-ара шыбырлашты:
– Сирбай – сирлебай.
– Ысынлап та, ҡара йөрәктер, сирлелер ул?..
– Иҫәр. Тиле...
– Ҡотороҡ эт тиң...
Йәйге лагерҙа, сөгөлдөр утап, эҫенән әлһерәп, Йәмилә ҡайын күләгәһенә ятып торғайны. Йоҡомһорап киткән.
– Тор, имгәк, тор, әрәмтамаҡ! Эштән ҡасып ятаһың, – тип типкеләгәнгә уянып китте.
– Үҙең имгәк!..
Ҡарағоловтоң былай ҙа ҡара йөҙө ҡара суйын һымаҡ ҡарайҙы, аҡыр күҙҙәре тағы ла нығыраҡ аҡрайҙы:
– Шайтан балаһы! Үлтерәм хәҙер, үлтерәм! – Сирбай, шүрәле һымаҡ бармаҡтарын тарбайтып, Йәмиләнең муйынын һыҡты. Ҡыҙ, ғырылдап, йәнтәслим тыпырсынып, көс-хәл менән тиленән ысҡынды. Үкһей-үкһей, ҡайҙа барғанын белмәй, йүгерҙе лә йүгерҙе. Абынып йығыла-йығыла йүгерҙе, бит-ҡулдары һыҙырылып, өҫ-башы бысранып бөттө. Сирбай Ҡарағолов, шайтан һымаҡ, артынан баҫтырып килгәндәй тойолдо. Тамам әлһерәп, ниндәйҙер ауылға килеп инде. Ары атлар­ға хәлгенәһе ҡалмағайны. Ҡапҡа янында ултырған әбей уны йәлләп, өйөнә алып инде, арҡаһынан һөйөп йыуатты, һуңынан ни булғанын төпсөнөп һорашты. Бер аҙнанан һуң уны балалар йортонан килеп алдылар...
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.

* * *
ДАУАМЫ БАР
Читайте нас: