Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2020, 15:46

БӘЛӘКӘЙ НИЯЗДЫҢ ҘУР ЕҢЕҮЕ!

“Етегән-2020” асыҡ республика конкурсы быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолдо. Бәйге башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы иң яҡшы уҡыу; башҡорт бейеүен башҡарыу; башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм; башҡорт телендә иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар; “Мөхәббәт” темаһына иң яҡшы фоторәсемдәр; башҡорт йырҙары һәм музыкаһы менән “Етегән” байрамына иң яҡшы флешмоб номинацияларында барҙы. Беҙҙең райондан был конкурста Сулпан ауылынан Фидан һәм Лиана Ғәлиуллиндарҙы улдары Нияз ҡатнашты. Малайға ни бары биш йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, ул дәртле бейеүе менән барыһын да һоҡландырҙы. Нияз “Бейеү” номинацияһында еңеү яулап, Диплом һәм иҫтәлекле приз менән бүләкләнде.

Читайте нас: