Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2020, 12:31

ҠАРТ БҮРЕ (хикәйәнең дауамы)

Иренең яҡшы атайға әйләнеп киткәненә иң ҡыуанғаны Рәзилә ине. Зөлхизә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Бына сығарылыш кисәһенә әҙерләнергә лә ваҡыт етте. Тик Рәзиләгә кисәлә булырға тура килмәне, уға баш ҡалаға эше буйынса курстарға китергә кәрәк булды. Кисә уҙасаҡ көндө ул юлға сығып китте. Зөлхизә, энәнән-ептән матур кейенеп, мәктәпкә сығып йүгерҙе. Өйҙә бер үҙе ҡалған Хөснулла бер ярты араҡы алды ла күршеһе Шәмсетдингә инеп китте. Ултыра торғас, ике иргә был араҡы аҙ булып тойолдо, ҡайҙандыр көмөшкә алып килделәр. Эсеп, мыңғы булып иҫергән Хөснулла өйгә ыңғайланы. Ҡапҡа алдына килеп еткәс, кисәнән һуң Зөлхизәне оҙата килгән егеткә бәйләнде...ТУЛЫРАҠ:

Иренең яҡшы атайға әйләнеп киткәненә иң ҡыуанғаны Рәзилә ине. Зөлхизә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Бына сығарылыш кисәһенә әҙерләнергә лә ваҡыт етте. Тик Рәзиләгә кисәлә булырға тура килмәне, уға баш ҡалаға эше буйынса курстарға китергә кәрәк булды. Кисә уҙасаҡ көндө ул юлға сығып китте.
Зөлхизә, энәнән-ептән матур кейенеп, мәктәпкә сығып йүгерҙе. Өйҙә бер үҙе ҡалған Хөснулла бер ярты араҡы алды ла күршеһе Шәмсетдингә инеп китте. Ултыра торғас, ике иргә был араҡы аҙ булып тойолдо, ҡайҙандыр көмөшкә алып килделәр. Эсеп, мыңғы булып иҫергән Хөснулла өйгә ыңғайланы. Ҡапҡа алдына килеп еткәс, кисәнән һуң Зөлхизәне оҙата килгән егеткә бәйләнде:
– Һин, кәзә тәкәһе, нимә тип минең ҡыҙға йәбешкәкләп бында килеп баҫтың ул, ә? Ну-ка, тай имен сағыңда! Хәҙер маңҡаңды бысрата һуғам!
Һуғырға өҫкә күтәрелгән йоҙроҡ яҙа китте, егет ситкә янтайып өлгөрҙө.
Атаһының холҡон яҡшы белгән ҡыҙ:
– Ярай, пока! – тине лә тиҙ генә өйгә йүгереп инеп китте. Хөснулла бик оҙаҡ баҡса алдындағы эскәмйәлә ултырҙы.
Ну матур булып үҫеп китте бит ҡыҙы! Ул буй-һын, ул аяҡтар, нескә бил...
Байтаҡтан бирле ҡатын наҙын күрмәгән, эсеп ҡаны ҡыҙған ир ҡапыл торҙо ла өйгә ыңғайланы. Өйгә килеп инде. Ҡыҙ үҙенең бүлмәһендә йоҡлай. Ир сисенде лә утты һүндереп, үҙ урынына ятты, тик күҙен йоҡо алманы. Теге бүлмәлә ҡыҙҙың тигеҙ итеп тын алып йоҡлауы бөтә тәнен ҡалтыратты, ҡаны ике ҡолағынан тышҡа фонтан булып атылып сығырҙай булды. Ниндәйҙер көс ҡапыл Хөснулланы аяғына баҫтырҙы. Ул шәп итеп ҡыҙҙың бүлмәһенә барып инде лә “гөрҫ!” итеп уның өҫтөнә ауҙы.
– Ни эшләп йөрөһөң ул бында, атай?! Эскәнһең, бар сыҡ, үҙеңдең урыныңа барып ят...
Күпме генә ысҡынырға тырышһа ла, Зөлхизә арыҫландай кәүҙәле иргә ҡаршы тора алманы.
– Яратам бит мин һине. Ҡайһылай итәйем һуң... Әсәйең мине ғүмер буйы яратманы. Ғәфү ит мин бәхетһеҙ ирҙе. Башҡаса түҙә алманым... Ир зыу төшөп илаған ҡыҙҙы үҙенсә иркәләне, битенән, сәстәренән үпте. Икенсе көн Зөлхизәгә:
– Лыҡа иҫерек инем, бер нәмәне лә иҫләмәйем. Булыры булды инде, тик был турала әсәйең белергә тейеш түгел. Әгәр әйтә ҡалһаң, үҙе риза булып, минең янға килеп ятты, тип әйтәсәкмен, – тип иҫкәртте.
Булып уҙған ваҡиғаны әле лә башына һыйҙыра алмаған Зөлхизә артабан уҡырға уйламаны. Комсомол путевкаһы менән Тольятти тарафтарына юлланды. Шул китеүҙән һыуға батҡан таштай юҡ булды. Байрамдарҙа ҡотлау открыткалары ебәреп торҙо, шунда йәшәргә ҡалды.
Күргеһе лә килмәгән һөйкөмһөҙ ир менән йәшәү Рәзиләнең һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Йөрәк өйәнәге менән интекте, ваҡытынан алда ҡартайҙы.
Һуңғы осорҙа Хөснулла йорт-хужалыҡ эштәре менән Аҡҡуяндағы Сәриә балдыҙына бик йыш йөрөр булып китте. “Күҙ көйөгө булып алдымда йөрөгәнсе, әйҙә барһын, ярҙам итһен”, – тип Рәзилә лә ирҙең Сәриәлә йөрөүенә ҡаршы килмәне. Хөснулла бында ла тик кенә йөрөй алманы. Аҡылға еңелерәк Сәриә менән бергә төн үткәреү өсөн уға бер ниндәй хәйлә лә, йылы һүҙ ҙә кәрәкмәне. Киреһенсә, ошо йәшкә еткәнсе ир күрмәгән Сәриә уны килгән һайын ҡыуанып ҡаршы алды. Ашатты, эсерҙе, үҙенең ире һымаҡ ҡабул итте.
Ғүмер шулай уҙа бирҙе. Көндәрҙән бер көндө Тольяттиҙағы Зөлхизәнән телеграмма килеп төштө. Унда дүрт һүҙ генә яҙылғайны: “Ҡаты ауырыйым, килеп етегеҙ”.
Рәзиләне тағы ла йөрәге аяҡтан йыҡты. Хәле бер аҙ арыуланғас, Хөснулла менән Тольяттиға юлландылар. Барып төшкәс, адресы буйынса йәшәгән йортто көскә табып, ишектең ҡыңғырауына баҫтылар. Ишек асылып китте. Ҡаршыларында баҫып торған ун һигеҙ йәштәр тирәһендәге егетте күреп, Рәзилә артҡа ҡарай ауа яҙҙы. Улар алдында оҙон буйлы, киң яурынлы һыу һөлөгө кеүек матур йәш Хөснулла баҫып тора ине. Ә Хөснулла ҡапыл артҡа сигенде лә баҫҡан урынында таш булып ҡатты.
– Һеҙ Ғәлиуллиндар булаһығыҙмы? Инегеҙ, үтегеҙ, – тигән тауышҡа икеһе лә иҫтәренә килгәндәй булдылар ҙа этелә-төртөлә өйгә уҙҙылар. Сисенеп, күстәнәстәрен кухняға ҡуйҙылар ҙа залға үттеләр.
– Зөлхизә ҡайҙа?
Рәзиләнең башына килгән беренсе һорау шул булды.
– Әсәй йоҡо бүлмәһендә. Әйҙәгеҙ, – тине егет.
Рәзилә ул ҡоларҙан был ҡоларҙан, стенаға тотона-тотона йоҡо бүлмәһенә ыңғайланы. Бәп-бәләкәс кенә булып ҡалған, ҡоро һөйәк тә тиренән генә торған ҡыҙын күрҙе лә илап ебәрҙе.
– Әсәй, һаумы...
Зөлхизә хәлһеҙ генә ҡулын Рәзиләгә һуҙҙы, илаған әсәһенең тынысланғанын көттө. Унан саҡ көскә тын алып, тамаҡ төбө менән ауыр итеп һөйләй башланы.
– Әсәй, миңә инде күп ҡалманы. Тегендә гонаһлы булып китә алмайым. Үлмәһәм, әйтмәҫ тә инем. Был бала атайҙыҡы. Һин уҡырға киткәс, ул минән көлдө, мыҫҡыл итте. Һиңә әйтмәҫкә ҡушты. Шуға мин ҡырға сығып киттем. Балам бер яңғыҙы ситтә ҡала. Зинһар, ситкә типмәгеҙ.
– Тормошҡа ла сыҡманыңмы, ҡыҙым?
– Сыҡтым. Үҙем һыйҙым, балам һыйманы ул иргә...
Хәле бөтә башлаған Зөлхизә туҡтап бер аҙ ял итеп алды ла һүҙен дауам итте:
– Уның менән нисек йәшәнең һин, әсәй? Йәшлегемде урланы, эт... Әсәй, мине ғәфү ит...
Рәзилә ҡыҙын ҡосаҡланы. “Эйе, ғәфү итәм”, – тип башын ҡаҡты.
– Ә хәҙер уны саҡыр, – тине Зөлхизә.
– Һине саҡыра, – тине Рәзилә Хөснуллаға. Үҙе диванға барып ултырҙы ла кеҫәһенән дарыу алып ҡапты.
Хөснулла бүлмәгә килеп инде, ғәйепле төҫ менән ултырғысҡа килеп ултырҙы.
– Һауғынамы, ҡыҙым...
Зөлхизә уның һаулығын алманы. Уның яндырғыс утлы ҡарашына түҙә алмай, Хөснулла башын ситкә борҙо.
– Анау бала кемгә оҡшаған? Йә, әйт әле...
Зөлхизә яуап көттө. Хөснулланың башы күкрәгенә тиклем һәленеп төштө, ул бер ни ҙә әйтә алманы.
– Мин һиңә ныҡ рәнйеп китәм был донъянан. Бүре һин, әҙәм түгел. Бүре лә бит осраған бер һарыҡты тамаҡлап ҡырып һала, ә бөтәһен дә ашап бөтөрә алмай. Әсәйҙе лә, мине лә бәхетһеҙ иттең. Ҡарт бүре һин, әшәке зат. Һүҙем бөттө, бар, сыҡ...
Зөлхизә башын стена яғына борҙо.
Икенсе көн Рәзилә ҡыҙы менән илап хушлашты, ошо арала ғына килеп етергә, эргәһендә булырға ышандырҙы.
– Әлегә улыма бер ни ҙә әйтмәй тороғоҙ. Тыуып-үҫкән ерҙәремде күрә алмай китәм. Ауылды, Сәриә апайымды һағындым. Сәләм әйт...
Зөлхизә илап ҡалды.
Рәзилә ҡайтып еткәнсе Хөснуллаға бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Өйҙә лә ҡот осмалы ҡәбер тынлығы хөкөм һөрҙө. Рәзилә ҡапыл ғына ауырып китте, башҡаса аяғына баҫа алманы.
Ҡатынының өнһөҙ-тынһыҙ ауырып ятыуы Хөснулланың йәнен күшектерҙе, тәнен ҡурыштырҙы. Ахыр сиктә янына килеп баҫты.
– Әйт, исмаһам, бер-ике һүҙ. Интектермә мине. Эйе, мин гонаһлы кеше. Хәҙерге аҡылым булһа, мин һеҙҙе урап үтер инем, берегеҙгә лә тырнаҡ осо менән дә сиртмәҫ инем. Кисерегеҙ мине. Әйт, зинһар, ниндәй яҡшылыҡ эшләй алам мин һеҙҙең өсөн? – тип ҡатын алдына килеп теҙләнде.
– Насарлыҡ ҡылған саҡтарыңда берәүҙән дә ризалыҡ һораманың бит. Бөгөн килеп яҡшылыҡ эшләр өсөн минән кәңәш һорарға булдыңмы? Изгелекте һорап эшләмәйҙәр. Намыҫ, күңел ҡушыуы буйынса атҡарыла торған ғәмәл ул. Донъялағы бөтә етемде лә рәнйетер, илатыр өсөн тыуғанһың һин. Алдымда теҙләнеп торма. Тәүбәгә һуңланың. Гонаһтарың өсөн Хоҙай Тәғәлә алдында яуап тоторһоң, – тине ҡатыны.
Өс көндән һуң Рәзилә дауаханала донъя ҡуйҙы.
Яңғыҙ ҡалғас, Хөснулла үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй алйыны. Йөрөнө-йөрөнө лә кискә табан Аҡҡуянға Сәриә балдыҙына юл тотто. Төшөнә ингән ҡарт бүре лә унда оҙаҡҡа ҡалырға ирек бирмәне. Әле бына ҡайтып инеп, тышта тупһала ултыра.
Бына бер аҙна инде, ни сәбәптәндер, Хөснулла башынан сыҙамай, күҙ алдары ҡараңғылана, аяҡтары тыңламай.
– Эх-х, донъя... Үкенесле үттең һин...
Йәшәү асылын, тормош ҡәҙерен белмәй ғүмер кисергәненә Хөснулла бөгөн үҙен-үҙе ғәфү итә алманы. Бер изгелек эшләү урынына йөҙ насарлыҡ ҡылды бит. Тик үҙе өсөн генә йәшәне.
Тольяттиҙа ҡалған улы йөрәген өйкәне. Йә, ҡайһындай малайы атайһыҙ үҫкән, бахыр...
Әле лә ауырыу әсәһе янында атаһының кем икәнен дә белмәй йөрөп ҡалды.
Хөснулла, ике ҡуллап башын тотоп, үкһеп-үкһеп иланы. Юҡ, тиҙ арала ғына улына хат яҙырға кәрәк. Иртәгә һуң булыуы ла бар. Яҡшымы-насармы, бала атаһының кем икәнен белергә тейеш.
Хөснулла ҡабаланып урынынан торҙо. Ҡапыл башы әйләнеп китеп ҡолай яҙҙы. Өйгә инде лә хат яҙырға ултырҙы.
“Һаумы, улым. Һиңә атайың хат яҙа. Әсәйеңдең хәлен белергә барған өләсәйең менән олатайыңды иҫләйһеңме? Мин һиңә, улым, олатай түгел. Мин һинең атайың булам. Тик мине ғәйепләмә. Донъяла шундай улым барлығын ошоғаса белмәнем. Ҡайтыу менән өләсәйең донъя ҡуйҙы. Минең дә, ахыры, көндәрем һанаулы ҡалды. Өйҙө, өйҙә ятҡан бар аҡсаны һиңә ҡалдырам. Атайыңдың өйөнә күсеп ҡайт, сит ерҙә йөрөмә. Улым, минән һиңә васыят: донъялыҡта кешеләрҙе рәнйетмә. Хәлеңдән килгән тиклем изгелек ҡыл. Күп-күп фатиха, рәхмәттәр алып ҡалырға тырыш. Эсмә, тартма, эшлә, тәүфиҡлы бул. Атайыңдың нигеҙен ҡоротма. Мине ғәфү ит.
Һау ғына бул, оҙон ғүмерле бул, балаҡайым. Күсеп ҡайтһаң, һине бында Ишкилдин Шәмсетдин, Дәминдаров Мулланур апаларың ҡаршы алыр.
Атайың Ғәлиуллин Хөснулла Абдулла улы”.
Хөснулла хатты конвертҡа һалды. Конверт тышына тырышып-тырышып тулы адресты яҙҙы ла әкрен генә почта бүлексәһенә йүнәлде. Уның һорауы буйынса хатты заказлы итеп һалдылар.
Ҡайтышлай ҡорҙашы Мулланурға, ут күршеһе Шәмсетдингә һуғылды, уларҙы өйгә алып ҡайтты.
Оло өйҙөң иң түрендә торған һандыҡты асып ебәрҙе.
– Ҡорҙаштар, донъя хәлен белеп булмай. Бөтә документты ошонда һалам, – тине лә иң аҫта ятҡан оло ғына бер төргәкте тартып сығарҙы.
– Һанағыҙ, – тине ул. Төргәкте сисеп ебәргәс, ундағы аҡсаны күргән ике ирҙең күҙе дүрт булды.
– Һанағыҙ, һанағыҙ, – тип ҡабатланы Хөснулла. – Был аҡсалар минең малайға ҡала.
“Әллә аҡылға еңеләйгәнме был?” – тигән уй йүгереп үтте ҡорҙаштары башынан. Шулай ҙа аҡсаны теп-теүәл итеп һанап, һандыҡ төбөнә һалдылар.
– Минең, ҡорҙаштар, улым бар бит!
Хөснулланың йөҙөндә ғорурланыу ҡатыш маҡтаныу ғәләмәте сағылып китте. Ике ир, аптырауҙың сигенә сығып, уға текәлде. Уларҙың бер ҡасан да Хөснулланың ошондай бәхетле, ғорур ҡиәфәтен күргәндәре юҡ ине.
– Миңә тигәне – ошолар...
Хөснулла бәләкәйерәк сумаҙанды асып ебәрҙе. Ундағы ап-аҡ кәфенлек тауар, ваҡ-төйәкте күргәс, йомшаҡ күңелле Шәмсетдиндең күҙҙәрендә йәш күренде.
– Шула-а-ай... Донъя бит ул... – тип Мулланур ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
– Бына малайҙың йәшәгән урынының адресын да биреп ҡуяйым.
Хөснулла адресты, һандыҡтың асҡысын ҡорҙаштарына тотторҙо.
– Бер яҡыным да ҡалманы. Бер-бер хәл була ҡалһа, мине ер өҫтөнә һалып ҡуймаҫығыҙға ышанам.
Хөснулланың бар ҡыланышына, әйткән һүҙҙәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне ҡорҙаштары. Ә шулай ҙа “ярар” тип баш ҡаҡтылар ҙа ҡайтырға булдылар. Хөснулла уларҙы тышҡа сығып оҙатып ҡалды. Өйҙән сығарып, Аҡтырнаҡҡа оло бер һауыт аш ҡойҙо. Уның ашап бөтөргәнен көтөп ултырҙы, башын һыйпаны, арҡаһынан һөйҙө.
Өйгә килеп инде лә күкрәк тултырып иркен тын алды. Ике яурынынан, әйтерһең дә, тауҙай ауыр йөк төштө. Яйлап йөрөп, бөтә бүлмәне ҡарап сыҡты.
Эйе, улы ҡайтып килһә, уға бына тигән ныҡ донъя ҡала. Әйҙә, йәшәһен атаһы йортонда, күп-күп итеп балалар үҫтерһен. Был өйҙә лә бала-саға тауышы сығырға тейеш тә баһа...
Унан үҙенә диванға урын һалды. Шул арала ғына тиҙ генә йоҡлап китте. Бына ғәжәп, төшкә тағы ла теге ҡарт бүре инде. Тик ул Хөснулланы баҫтырмай, ә тыныс ҡына эргәһендә ята. Әллә үлгән инде? Эйе, үлгән дә ул. Унан ҡурҡып, Хөснулла тороп ултыра, тирә-яғына күҙ һала.
Ана, алыҫта, йәм-йәшел аҡланда Рәзилә менән Зөлхизә көлөшә-көлөшә етәкләшеп йүгерәләр, күбәләктәрҙе ҡыуалар. Хөснулла уларҙы эргәһенә саҡыра, улар уны ишетмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә... Улар янына тороп китәм тиһә, үлгән бүре терелә лә Хөснулланы ергә йыға.
Бәй, атаһы менән әсәһе йәшел үлән өҫтөндә, ап-аҡ намаҙлыҡ түшәп, намаҙ уҡып ултыралар. Хөснулла уларға ҡысҡыра, тауышы сыҡмай ҙа ҡуя. Улар янына тороп китергә уйлай, бүре тағы ла уны тотоп ала.
Бына хикмәт... Уларҙың бөтәһе лә йылға аръяғындағы ҡояшлы, сәскәле болонда, ә Хөснулла менән ҡарт бүренең ятҡан урындары һалҡын, соҡор-саҡырлы ҡап-ҡараңғы ер...
Иртәгәһенә Шәмсетдин күршеһенең хәлен белергә өйгә килеп инде. Хөснулланың йәнһеҙ кәүҙәһен күреп, улай-былай әйләндергеләп ҡараны.
Күршеһе донъялыҡтан үтеп киткәйне...
Ваҡыт һиҙелмәй үтте. Көндәрҙән бер көндө Ишкилдин Шәмсетдин исеменә Тольяттиҙан телеграмма килеп төштө.
“Юлға сыҡтым. Ҡаршы алығыҙ... Ғәлиуллин Айтуған Хөснулла улы” тип яҙылған телеграмма тотоп, Шәмсетдин Мулланурға юл тотто.
Ҡорҙаштар ҡунаҡ ҡаршы алғанда ғына кейә торған костюмдарының түшенә орден-миҙалдарын тағып, юлға сыҡты. Уларҙың ҡыуаныстары эстәренә һыймай, ә ҡараштарынан атайҙарса ниндәйҙер бер йылылыҡ бөркөлә ине.
– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ былай матур кейенеп? – тип һораусыларға ғорур ғына:
– Хөснулла ҡорҙаштың улы ҡайтып килә, ҡаршы алабыҙ, – тип яуап бирҙеләр.
Бына поезд килеп туҡтаны. Бишенсе вагондан килеп төшкән йәш егетте күреү менән күрешеп, ҡосаҡлап алдылар.
Улар алдында оҙон буйлы, киң яурынлы, ҡарап туйғыһыҙ матур йәш Хөснулла йылмайып баҫып тора ине...
Читайте нас: