Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2020, 15:55

БӨТӘ ДОНЪЯ ШИҒРИӘТ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНДЕ

1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә.Район үҙәк дауахнаһында йыл һайын Шиғриәт көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Унда шиғриәт кисәләре, осрашыуҙар, күргәҙмәләр, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар уҙғарыла. Шиғриәт илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә.

1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә.

Район үҙәк дауахнаһында йыл һайын Шиғриәт көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Унда шиғриәт кисәләре, осрашыуҙар, күргәҙмәләр, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар уҙғарыла.

Шиғриәт илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә.

Читайте нас: