Күпмелер ваҡыт күҙгә-күҙ терәп ҡарашып торғандан һуң, бүре уны ысҡындырҙы. Күккә ҡарап ҡурҡыныс итеп бер олоно ла юҡ булды.
Тирләп, лысма һыу булған ир ҡапыл уянып китте лә, ҡото осоп, тороп ултырҙы. Бер аҙ тыныслана биргәс, яҫтығына кире салҡан ауҙы.
– Ҡайҙа параҫың инте иртә пелән? Көн ҫыуыҡ, әҙерәк ята пир. Иртәгә ҡайтырһың әле, – тип Сәриә Хөснуллаға нығыраҡ һыйынды, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан битенән һыйпап иркәләнде. Эргәһендә ятҡан ҡатынға ир ытырғанып та, йәлләп тә күҙ һалды.
“Был бисара байғошҡа минән башҡа кем генә ҡараһын инде? Их, Хөснөй, Хөснөй, хәҙер һинең көнөң ошо быжыр битле, ялпаҡ танаулы Сәриәгә ҡалдымы...”
Әллә үҙенә, әллә эргәһендә ятҡан ҡатынға асыуланыпмы, ҡапыл торҙо ла ашығып кейенә башланы.
– И, Аллам, килеүен килгәстен, пер-ике көнгә янымта ҡалыр инең...
Ҡатын торҙо ла ашарға әҙерләй башланы. Ир һөрпөлдәтеп бер-ике ҡалаҡ аш ашаны, аяҡ өҫтө тороп бер сынаяҡ сәй һемерҙе. Кәпәсен күҙенә тиклем батыра кейҙе лә сығырға булды.
– Мә, ашарыңа апҡайт. Унта һине кем пешереп көтөп тора.
Ҡатын ирҙең ҡулына аҙыҡ тулы ҙур ғына сумка тотторҙо. Хөснулла әйләнде лә оҙаҡ ҡына итеп Сәриәгә ҡарап торҙо. “Кисер мине, балдыҙ. Бәлки, һине, былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабый хәлендәге гонаһһыҙ йән эйәһен, миңә имен-саф көйөнсә ҡалдырырға кәрәк булғандыр ҙа бит... Юҡ, нәфсемә баш була алманым, хайуани теләктәремә ҡаршы тора алманым бит. Бүтәнсә осраша алмаҫбыҙ. Ҡарт бүре юҡҡа ғына төшөмә инмәне. Риза булып ҡал, ғәфү ит”, – тигән уйҙар уның мейеһен бырауланы.
Ҡаршыһында баҫып торған Сәриәне ҡосаҡлап алды. Арҡаһынан һөйҙө лә кеҫәһенән алып, ҙур ғына төйөнсөктө уға һуҙҙы.
Төйөнсөктө сисеп ҡараған балдыҙы ундағы аҡсаны күрҙе лә:
– Пыл аҡсалар пөтәһе лә миңәме? – тип аптыраны.
– Эйе, һиңә, балдыҙ. Миңә рәнйемә, һау бул.
Хөснулла ҡапыл боролдо ла өйҙән сығып китте. Таш кеүек ауырайған башын, кәүҙәһен көскә-көскә һөйрәп, өйөнә ҡайтып етте ир. Ишек алдында уның ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп ятҡан Аҡтырнаҡтың башын һыйпаны. Үҙе, хәле бөтөп, тупһаға ултырҙы.
Эй, ғүмер тигәнең.. Был ғына ғүмерҙең оҙонлоғо иртән ҡояш сығып, киске байыу аралығына бәрәбәр. Бар ине бит Хөснулланың да ерҙе эйелтә баҫып, көсөн-дәртен ҡайҙа сарыф итергә белмәй йөрөгән саҡтары.
Оҙон буйлы, киң яурынлы, төҫкә-башҡа ҡарап туйғыһыҙ Хөснулланы күп ҡыҙ яратты. Берҙән-бер улдарын ата-әсәһе лә иркәләтеп-буйлатып үҫтерҙе. Тәртипһеҙ булып үҫте малай. Бәләкәйҙән үҙен бөтә кешеләрҙән дә өҫтөн тотто. Төҫө-башы менән ҡыҙ-ҡырҡын алдында маһайһа, көсө менән ауылдың бар егетенең дә ҡотон алды. Уның суҡмарҙай ҙур йоҙроғон бер генә тапҡыр татып ҡараған егеттәр хужаһына мөлдөрәп ҡараған эт кеүек йыуашланып ҡалды. Хөснулла ни әйтһә, шуны үтәнеләр. Үҫмер сағынан ҡатын-ҡыҙ затына битараф ҡарай алманы ул. Ауылға килен булып төшкән йәш еңгәйҙәргә күҙе төшөп, иҫ-аҡылы ҡороно. Бер ваҡиғанан һуң ғына был ҡылығын ташларға мәжбүр булды. Оҙаҡ ҡына өйләнмәй йөрөгән ҡырҡ йәшлек ике туған ағаһы Сибәғәт урман яғынан үҙенән егерме йәшкә кесе, бала холоҡло ғына йәш кәләш алып ҡайтты. Төҫкә-башҡа һылыу еңгәһенә Хөснулла бер күреүҙән ғашиҡ булды. Бар ваҡыты еңгәһен күҙәтеү менән үтте. Нисек тә булһа, уға тап булып, үҙенсә егетлек күрһәтергә тырышты.
Бесән мәле ине. Ағаһы менән еңгәһенең кисләтеп кенә бесәндән ҡайтҡанын ул ҡойма ярығынан күҙәтте. Ихаталағы бар эште теүәлләгәс, ағалары утлыҡсала сәй эстеләр. Ҡараңғы төштө. Сәйҙән һуң ағаһы ишек алдына сыҡты, күтәрмәгә ултырҙы ла тәмәке ҡабыҙҙы. Еңгәһе сыҡты ла бәҙрәф яғына ыңғайланы. Ниңәлер, бәҙрәфкә барып етмәне, ҡараңғынан ҡурҡты, буғай. Һарайҙы урап, Хөснулла күҙәтеп ултырған ҡойма янына килде лә ергә сүгәләне.
Хөснулла тиҙ генә ҡойма аша һикереп төштө. Аяҡ остарына ғына баҫып, еңгәһенә яҡын килде. Нимә әйтергә лә белмәй бер аҙ аптырап тора бирҙе. Үҙенсә шаяртырға уйланы. Арттан килеп, еңгәһенең яланғас арт һанына ҡулы менән еңелсә генә ҡағылды ла:
– Һаумы, – тине.
Еңгәһенең ҡурҡыуҙан йөрәге ярыла яҙҙы. Сүгәләп ултырған көйөнсә, һөрән һалып, артҡа ҡарай салҡан китте.
Быны көтмәгән Хөснулла “һә!” тигәнсе ҡойма аша төшөп һыҙҙы.
– Сибәғәт! Сибәғәт! Үләм!!! – тип ятҡан еренән яу һалды ҡатын.
Бала холоҡло ҡатынына өйрәнеп бөткән ир:
– Нимә булды инде тағы? Бәҙрәфтә кеше үләме... – тип тыныс ҡына тәмәке көйрәтә бирҙе.
– Һаулыҡ һорашалар! Үләм!
Ятҡан еренән тороп ултырған ҡатындың тауышы һауаны ярҙы.
– Ай, әттәгенәһе... Һаулыҡ һорашһалар ни, ал һаулыҡтарын... – тине маҙаһы киткән ир.
Ҡото алынған ҡатыны имгәкләй-ҡолай утлыҡса яғына килеп сыҡҡас ҡына ир урынынан ҡуҙғалды.
– Берәү килеп мине арттан һәрмәне...
Ал-ял белмәй илаған ҡатынын Сибәғәт саҡ көскә тынысландырҙы.
Хөснулла еңел генә ҡотолғанына ҡыуанды, башҡаса еңгәләренә күҙ атып йөрөмәне.
Май байрамы ине. Бөтә йәш-елкенсәк кискә клубҡа йыйылды. Бер аҙ төшөрөп алған Хөснулла ла клубҡа килеп инде. Йәштәр саң туҙҙырып “Өс таған” бейеүен һуға. Ике гармунсы алмаш-тилмәш гармунда һыҙҙыра.
Хөснулла, ғәҙәтенсә, бейеүгә ҡатнашманы, артҡы эскәмйәгә барып ултырҙы ла йәштәрҙе күҙәтә башланы. Ҡапыл күҙенә мөйөштә ултырған бер матур ҡыҙ салынды.
“Оһо, был ҡыҙ бөгөн минеке буласаҡ...” Егет ҡыҙҙан күҙен алманы.
Бына йәштәр парлашып вальс көйөнә әйләнергә тотондо. Күп уйлап тормай, Хөснулла ла туп-тура теге ҡыҙға йүнәлде, бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ баш тартты, урынынан да ҡуҙғалманы. Ундай баш тартыуҙарға өйрәнмәгән егет уны ҡулынан һелкетә тартып торғоҙҙо ла, биленән ныҡ итеп тотоп, бейергә маташты.
Ҡыҙ ысҡынырға ынтылды-ынтылды ла, ысҡына алмағас, “сәп” иттереп Хөснулланың сикәһенә һуғып ебәрҙе.
Бер ҡасан да һуғылыу күрмәгән егет аптыраны, туҡтап ҡалды. Ҡыҙ клубтан йүгереп сығып китте. Быны күргән йәштәр шаҡ ҡатты. Хөснулла тиклем Хөснуллаға берәү һуҡһын әле, тағы етмәһә, ҡыҙ кеше...
Был ваҡиғанан һуң Хөснулла сығырынан сыҡты. Бөтә ғәм алдында үҙен рисуай иткән был ҡыҙҙы эҙләй башланы. Үс алыу тойғоһо ике сикәһен ут итеп өттө. Тырыша торғас, тапты ҡыҙҙы. Дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Аҡҡуян ауылы ҡыҙы Рәзилә ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Иртән эшкә килә, кискә ауылына ҡайтып китә.
Хөснулла бар эшен ҡыҙҙы ҡарауыллауға йүнәлтте. Тәүҙә бер нисек тә тап итә алманы. Эштән һуң ҡыҙҙы йә “Тиҙ ярҙам” машинаһы илтеп ҡуя, йә ҡыҙға ауылы яғына ҡайтҡан кешеләр осрай. Ә шулай ҙа бер көн егеттең юлы уңды. Ҡыҙ дауахананан сыҡты ла йәйәүләп оло юлға төштө.
Бер аҙ тора биргәс, Хөснулла мотоциклда урынынан ҡуҙғалды. Тиҙ генә ҡыуып етте лә:
– Һеҙ ҡайһы яҡҡа юл тотаһығыҙ? Миңә Аҡҡуянға, – тип ҡыҙ янында туҡтаны.
Каска кейгән егетте ҡыҙ ҡапыл да таныманы, “һә” тигәнсе мотоциклға ултырып алды. Ауылға етергә бер саҡрымдай ара ҡалғас, Хөснулла ҡапыл ҡуйы шырлыҡ араһына боролдо.
– Ҡайҙа бараһығыҙ ул? – тигән ҡыҙға яуап биреп тә торманы.
Шырлыҡ араһына барып инеп китте лә мотоциклды туҡтатты. Төштө лә касканы сисеп ҡыҙға ҡараны. Уны таныған ҡыҙ:
– Ниңә мине бында алып килдегеҙ? Һеҙгә минән нимә кәрәк? – тине лә сумкаһын алып китергә булды.
– Миңә бына һеҙ кәрәк инегеҙ. Кемдең битенә һуҡҡанығыҙҙы беләһегеҙме? Беҙҙә һуғышҡан ҡыҙҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмайҙар бер ҡасан да...
Хөснулла ҡыҙҙы ике ҡулынан тотоп алды ла бейек үлән өҫтөнә йыҡты. Ҡыҙ ярҙам һорап ҡысҡырһа ла, берәү ҙә ишетмәне...
Аҙаҡ егет илаған ҡыҙға бер аҙ ҡарап тора бирҙе лә:
– Бына шулай итәләр беҙҙең яҡтың егеттәре баш бирмәгән ҡыҙҙарҙы. Йә миңә кейәүгә сығаһың, йә яманатыңды ике ауылға таратам. Уйла, – тине лә мотоциклын ҡайтыр яҡҡа борҙо. Икенсе көндө үк Рәзилә баш табип кабинетына килеп инде.
– Сәлим Хәмитович, мине тиҙ генә эштән бушатыуығыҙҙы һорайым.
Ҡыҙ артабан бер ни ҙә әйтә алманы, күҙҙәренә йәш тулды, тамағына ниндәйҙер әсе төйөр килеп тығылды.
Баш табип ҡыҙға аптырап ҡарап ултыра бирҙе лә ниндәйҙер бер папканан Рәзиләнең эшкә алырға һорап яҙған ғаризаһын алып һалды.
– Тимәк, был ғаризала яҙылғандар төптө буш һүҙме инде?
Ҡыҙ өндәшмәне.
– Анһат ҡына уйлап эш итәһегеҙ һеҙ, йәштәр, – тип көрһөндө табип. – Ғаилә хәлеңде аңлап, юҡ эште бар итеп, эшкә алырға тура килде бит һине, һеңлекәш. Бына хәҙер ҡайҙалыр китергә ҡарар иткәнһең. Ә һеңлеңде кемгә ҡалдырырға уйлайһың? Уйла, уйла әле, йәме?
Рәзилә башын эйеп сығып китте. Эйе, һеңлеһен ҡалдырып, ҡайҙалыр китә алмай ине шул. Ата-әсәләренән иртә ҡалған ике ҡыҙ үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп йәшәнеләр. Һигеҙенсе класты бөткәс, иң яҡын медучилищены һайланы ла шунда уҡырға инде. Ял, байрам көндәрендә гел ауылға ҡайтты, һеңлеһе менән донъя көттө. Медучилищенан һуң курсташтарының күбеһе институтҡа юлланды, ә уға ауылға ҡайтырға тура килде.
Бер аҙнанан Хөснулла өйгә килен алып ҡайтып күрһәтте. Улдарының ҡапыл ғына башлы-күҙле булыуына өйҙәге ололар аптырап ҡалдылар, тиҙ арала никах уҡыттылар. Эшкә уңған килен донъяны тиҙ генә алға тәгәрәтеп алып китте. Ҡәйнә кеше һәр намаҙ аҙағынан йәштәргә оҙон ғүмер, татыулыҡ теләне. Тик татыулыҡ тигән нәмә баштан булманы. Ҡайны-ҡәйнәһе донъя ҡуйғас, өйҙә икәүҙән-икәү ҡалып йәшәү уғата ауырлашты. Ҡара-ҡаршы ултырып тыныс ҡына сәй ҙә эсә алманылар. Һүҙҙәр берекмәне, ырыҡ-тырыҡ һөйләшеүҙәрҙең аҙағы ыҙғыш менән бөтөр булды. Ашаған аштары тамаҡтарынан таш булып төштө.
Юҡ, айырылып Аҡҡуянға ҡайтырға уйламаны Рәзилә. Ирҙән айырылып атай нигеҙенә ҡайтып ултырыуҙы үҙенсә ғәрлек һананы. Унда уны ҡолас йәйеп, хәленә инеп ҡаршы алыр ата-әсәһе лә юҡ. Һеңлеһе Сәриә бала сағында бик ҡаты ауырыны, шул ауырыуҙан төҫкә йәмһеҙ, шаҙра битле булып ҡалды. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, ете йәшлек сағында бейек тауҙан санала шәп итеп шыуып килеп, башы менән үҫеп ултырған ҡайынға ныҡ итеп бәрелде. Өйҙә оҙаҡ ҡына ауырып ятты. Аҙаҡ һаҡауланды, уҡый ҙа алманы, аҡылға еңелерәк булып ҡалды. Уның ҡарауы эшкә әрһеҙ ҡыҙ булып үҫте, өйҙәге бар ирҙәр эшен бер үҙе атҡарҙы. Йәйге осорҙа питомникта эшләһә, ҡышын селектән һепертке бәйләп һатты. Аҡҡуянда атай йортонда яңғыҙы йәшәй.
Бергә йәшәүҙәренә ун йыллап ваҡыт үтеп китһә лә, Хөснуллаға атай булыу бәхете тәтемәне. Йәштәштәренең урам тулып уйнаған малайҙарын күреп, эсе ҡайышты.
– Эшкинмәгән, һин дә булдыңмы ҡатын? Бер малай табып бирергә лә хәлеңдән килмәй, – тип ҡатынына бәйләнер булды.
– Торма эшкинмәгән менән. Һине кем бәйләп тота? Ал ана икенсене! Нисек итеп ҡатын алырға һине өйрәтәһе юҡ бит! – тип еңеште ҡатыны.
Талаш-тартыштан арыған Рәзилә бер көндө балалар йортонан биш йәшлек кенә ҡыҙыҡайҙы алып ҡайтты. Өйҙә оло дауыл ҡупты.
– Үҙеңдеке булмағас, кеше балаһын көтмәксеһеңме? Хәҙер үк кире алып бар! Или үҙем алып барып ташлайым! – тип ярһыны ир.
Рәзилә ныҡ торҙо:
– Ах, әле шулаймы? Баланы һыйҙырмаһаң, бар, үҙең өйҙән сығып кит. Тир түгеп төҙөгән донъяң юҡ әле. Минең көс менән донъя көткәнеңде онотоп киттеңме? Урамда шыр яланғас тороп ҡалғың киләме?
Хөснулланың ауыҙы ябылды. Мулла саҡырып, ҡыҙға башҡортса Зөлхизә тип исем ҡуштылар. Хөснулла ҡыҙға әйләнеп тә ҡараманы, артыҡ күрҙе.
Зөлхизә матур ҡыҙ булып үҫеп китте. Мәктәптә фотоһы Маҡтау таҡтаһынан төшмәне, һәләтле ҡыҙ бар сарала ла алдынғылыҡты бирмәне. Рәзилә яратҡан ҡыҙына ҙур өмөт бағланы.
Ҡыҙыҡайҙы аҙым һайын “етемәк” тә “аҫрау” тип кәмһеткән Хөснулла ҡапыл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Уғата хәстәрлекле, яғымлы атайға әйләнде. Иҫ киткес матур ҡыҙға һоҡланып бөтә алманы. “Ҡара һин уны, ә? Әллә әсәһе сиған булғанмы был ҡыҙҙың?” – тип аптыраны ул.
Ҡара сәсле, ҙур ҡара күҙле Зөлхизәгә тыныс ҡарай алманы. Ҡыҙҙың ҡаршы йортта йәшәгән Әхмәҙулла малайы менән дуҫлашып йөрөүен ишеткәс, һарыуы ҡайнаны. “Ҡара, сулаҡ Әхмәҙулла малайының ҡулына ҡайһындай байлыҡ эләгәсәк, ә?” – тип эсе бошто.
Аҡйондоҙ.
(Дауамы бар).