Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2020, 13:41

ТИМЕР ЙОСОПОВҠА АРНАЛДЫ

18 мартта Дыуан районы Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтте. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән сарала Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан районынан 35 егет ҡатнашты.Уҡыусылар сығыштарында ҡумыҙ, ҡурай кеүек милли музыка ҡоралдарын да оҫта ҡулланды. Һәр сығыш үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булды. Ярышта Салауат районы егеттәре һынатманы, улар призлы урындар алды, номинацияларҙа билдәләнде. Шул иҫәптән, 5-7 класс уҡыусылары араһында Илнур Имаев еңеүсе булһа, 8-10 класс уҡыусылары араһында Ғәзиз Ғайсинға етеүселәр булманы.

18 мартта Дыуан районы Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк-ара конкурс үтте. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән сарала Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан районынан 35 егет ҡатнашты.
Уҡыусылар сығыштарында ҡумыҙ, ҡурай кеүек милли музыка ҡоралдарын да оҫта ҡулланды. Һәр сығыш үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булды. Ярышта Салауат районы егеттәре һынатманы, улар призлы урындар алды, номинацияларҙа билдәләнде. Шул иҫәптән, 5-7 класс уҡыусылары араһында Илнур Имаев еңеүсе булһа, 8-10 класс уҡыусылары араһында Ғәзиз Ғайсинға етеүселәр булманы.
Читайте нас: