Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2020, 11:16

Әсә ҡарғышы

урия мендәре менән юрғанын ҡосаҡлап, бәүелә-сайҡала палатаға килеп инде. Карауатын арлы-бирле рәткә килтерҙе лә, баш аҫтына мендәрен ҡыҫтырып, ята һалды. Йығылып китеүҙән ҡурҡты, буғай. Ни өсөндөр миңә шулай тойолдо.Бына хәҙер беҙ өсәү булдыҡ. Эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым. Оҙаҡ, дүрт көн буйы ҡолаҡҡа ҡатыраҡ әбекәй менән булыу ялҡытып киткәйне үҙемде. Һәр хәбәрҙе янына барып, ҡолағына ҡысҡыра торғас, көн аҙағына баш ауыртып бөтә ине. Әйтмәһәң, асыулана, сөнки холҡо менән үтә ҡыҙыҡһыныусан кеше.

Нурия мендәре менән юрғанын ҡосаҡлап, бәүелә-сайҡала палатаға килеп инде. Карауатын арлы-бирле рәткә килтерҙе лә, баш аҫтына мендәрен ҡыҫтырып, ята һалды. Йығылып китеүҙән ҡурҡты, буғай. Ни өсөндөр миңә шулай тойолдо.

Бына хәҙер беҙ өсәү булдыҡ. Эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым. Оҙаҡ, дүрт көн буйы ҡолаҡҡа ҡатыраҡ әбекәй менән булыу ялҡытып киткәйне үҙемде. Һәр хәбәрҙе янына барып, ҡолағына ҡысҡыра торғас, көн аҙағына баш ауыртып бөтә ине. Әйтмәһәң, асыулана, сөнки холҡо менән үтә ҡыҙыҡһыныусан кеше.
Бына хәҙер яндағы карауатым да буш түгел, күршем дә минең йәштәрҙәге ҡатын. Исмаһам, аралашырға, процедураларға бергә йөрөргә кеше булды, тип һөйөнәм. Мин шундай уйҙар уйлап йөрөп ятһам да, күршем бер ҙә генә асылырға ашыҡманы. Һыуыҡҡа өшөп, үҙ-үҙен йылытырға тырышып, бөгәрләнеп ятҡан көсөктәй, йомарланып ятты ла ятты. Ашарға ла йөрөмәй, килтереп ултыртһаң − ашай, килтермәһәң, оҙон көндәр буйы бер ҡалаҡ һыу ҙа эсмәй йән аҫрай.
Мин уны ситтән генә күҙәтеп, төрлө һорауҙар яуҙырып уны йонсотҡан әбейҙе лә тыйып ҡына торам.
Үҙ эсенә йомолоп йөрөгәндәрҙең күңелен аҡтарыу ғәҙәте бөтөнләй юҡ миндә. Ваҡыты еткәс, уйлаған уйҙары, кисерештәре эстәренә һыймай башлағас, ундайҙар барыбер асылып китеп, яйлап-яйлап ҡына күңел һандыҡтарын бушата башлай ул. Сабыр ғына көтөргә кәрәк.
Палаталағы һаңғырау әбекәй әле бер, әле икенсе кешенән һорашып, Нурия тураһында мәғлүмәт туплап маташҡан арала, нисек тә булһа был ҡатынға ярҙам итергә тырышҡан булам. Беҙ бит барыбыҙ ҙа әҙәм балалары, шулай булғас, әйләнә-тирәбеҙҙәгеләргә битараф ҡалырға тейеш түгелбеҙ.
Өс көн, өс төн шулай йә түшәмгә, йә стенаға текләп ятты күршем. Янына килеүсе кеше лә булманы, мендәре аҫтында ятҡан телефоны ла тауыш сығарманы.
Дүртенсе көндө иртән иртүк ике ҡулына ауыр ике сумка күтәргән апай килеп инде. Алыҫ юлдан килгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Нурияның аяҡ осона барып ултырҙы ла, уны ҡулдарынан тотоп, илай башланы. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Ҡурҡыттың бит, балам, ҡурҡыттың бит. Һинең сирләп китеүеңде ни эшләп миңә берәү ҙә шылтыратып әйтмәне һуң? Бер ни белмәй яттым бит, балалар ҙа өндәшмәне. Мин ни эш менән булып тик йөрөйөм. Сәсрәп китһен шул эше, үлһәң дә ҡала торған нәмә», − тип һөйләнә.
Мин, әбекәйҙе эйәртеп, палатанан сығып китеү яғын ҡараным, һөй­ләш­һендәр әйҙә рәхәтләнеп. Ҡаҡса ғына кәүҙәле, тәпәшерәк буйлы, әммә үтә теремек әбекәй ҡолаҡ яғына булмаһа ла, күҙҙәре бик яҡшы күрә, шуға ла уға дауахана алдында үҫеп ултырған сәскәләрҙе, ағастарҙы, һайраған ҡоштарҙы күрһәтеп, оҙаҡ ҡына тышта йөрөтәм. Хас та баланы әүрәткән кеүек.
Беҙ урындарыбыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, апай юҡ ине. Нурия сәстәрен матур итеп йыйып ҡуйып, күҙҙең яуын алырҙай матур халат кейеп, карауатында алма ашап ултыра. Уның йөҙөнә саҡ ҡына булһа ла ҡот ҡунған төҫлө. Бүлмәләге көсөргәнеш тә саҡ ҡына булһа ла таралып өлгөргәйне.
− Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ, − күршем телгә килде. Өсәүләшеп табын әҙерләнек тә, сәй эсергә ултырҙыҡ.
− Әсәйең бик яҡшы, итәғәтле кешегә оҡшаған, ҡыҙым, − әбекәй һаман үҙенекен ҡыуа.
Нурия уның һүҙенә йылмайып ҡына ҡуйҙы ла: «Әсәйем түгел шул, бейемем ул, − тип ауыр көрһөндө. − Үҙемдең әсәйем эсеп яталыр, моғайын».
− Мин дә был апайҙы һеҙҙең әсәйегеҙ тип уйлағайным, − ҡыйынһынып, ошо һүҙҙәрҙе ҡыҫтырам.
− Их, шулай булһасы… − Ҡатын әсенеп ҡуя. − Мин үҙ әсәйемде айныҡ килеш бик һирәк күрәм, кешеләр һөйләүе буйынса, ул хатта мин тыуғансы ла, мине тапҡанда ла иҫерек булған.
− Ярай, − тим, − артыҡ бошоноп китмәгеҙ әле, һеҙҙең бына тигән бейемегеҙ бар бит, − әңгәмәсемдең күңелен нисек тә күтәрергә тырышам.
− Шулайын шулай, тик бейемем дә үҙемдеке генә түгел шул, уны көндәшем менән икәү бүлешәбеҙ. Уның был хәбәренә бөтөнләй аптырап ҡуям. Нурия һүҙен дауам итә:
− Иптәшем менән күптән айырылышҡанбыҙ. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Ир кеше яңғыҙ оҙаҡ йәшәй алмай бит, күп тә тормай, өйләнде. Ә мин һаман балаларҙы яңғыҙ үҫтерәм. Димләүселәр ҙә, тәҡдим яһаусылар ҙа бар. Тик, бер ауыҙ бешһә, һалҡынды ла өрөп ҡабаһың, ти бит. Холоҡһоҙ, эскесе ир теңкәмде ҡоротто. Һөйләшеү ошо урында өҙөлөп ҡалды. Сөнки палатаға, уҡтай атылып, Нурияның ҡыҙҙары килеп инде. Олоһо әсәһен ҡосаҡлап, уның сәстәрен һыйпап, наҙланып ҡына ултыра, ә кесеһе, үтә ҡырыҫ ҡырағай холоҡло, бер туҡтауһыҙ мыжып, сирле әсәһенән ниҙер таптыра. Иҫке туфлиҙы кеймәйем, яңы күлдәк кәрәк, мәктәпкә кейгән блузкамды тапмайым, тапмаһам, экзаменға бармайым, тотонорға аҡсам бөттө, кеүек төрлө ыжыу-мыжыу­ҙар ишетелеп ҡала.
Ҡыҙҙарҙы оҙатырға Нурия менән икәүләп сығабыҙ. Сөнки уның башы әйләнә, бер үҙе йөрөргә ҡурҡа. Диагнозы ла бик насар икән − эпилепсия.
Тышта йәмле йәй айы. Тынсыу палатаға ингебеҙ килмәйенсә, ағас күләгәһендәге эскәмйәгә ҡунаҡлайбыҙ. Сәй табыны артындағы һөйләшеү яңынан ялғанып китә.
− Ни эшләп эскесе иргә ике бала тапҡан был, тип аптырай­һығыҙҙыр инде. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, һәр саҡ яҡшыға өмөтләнәбеҙ бит. Ҡасан да булһа ул эсеүен ташлар, тормош алға тәгәрәр, тип йыуанабыҙ. Бына ирем инде икенсегә ғаилә ҡорҙо, балалары бар, ә һаман да элеккеһен ҡыуа. Уны ташлап китер саҡтарым күп булды, бейемем яҡшы бит, тип йәшәнем. Мине үҙ балаһылай яҡын күрҙе. Ҡыҙҙары юҡ уның, дүрт малай тапҡан бит бейемем.
− Бар килендәрен дә шулай яратамы икән? − был һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
− Шулайҙыр. Уның изге йөрәгендә дүрт улына ла, биш килененә һәм ейәндәренә лә урын етерлек. − Әңгәмәсем йылмайып ҡуя. − Ярай әле ул бар, тим, бына бит, ауылдағы өс һыйырын, донъяһын ташлап, балалар янында торам, тип килгән. Әсәйем ошо ҡалала, күрше генә урамда торһа ла, килеп хәлде лә белгәне юҡ. Үҙенә барһаң, ас тамағығыҙҙы туйҙырырға килдегеҙме, тип ҡысҡыра башлай. Атайым да эсеп үлде, ҡустым да шул юлда хәҙер. Яҙмыштың үгәйһетелгән бер балаһы мин.
Миңә быларҙы тыңлауы бик ауыр. Нурияны йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба алмай йонсойом.
− Тормошоғоҙ бер рәтләнер әле, − тип уға саҡ ҡына булһа ла өмөт ташлаған булам.
− Әлләсе. Бер генә көн булһа ла бәхетле йәшәп ҡарағым килә. Үҙ йортоңда, берәүҙең яратҡан ҡатыны булып, наҙ-һөйөүгә сорналып, иртән бәхетле булып уянып, шулай уҡ бәхетле булып йоҡларға ятһаҡ ине, тип хыялланам.
− Был күп ҡатын-ҡыҙҙың хыялы ул, Нурия, − тип, янымда мең хәсрәткә батып ултырған әңгәмәсемдең уйҙарын ыңғайға көйләп маташам.
Аҙаҡҡа табан беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ныҡ дуҫлашып киттек. Көн-төн бергәбеҙ. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, хатта йоҡларға ятҡас та, ярты төнгәсә хәбәр һатабыҙ.
Нурияның кәйефе саҡ ҡына күтәрелгәндәй булды, көнөнә икешәр тапҡыр, ҙур сумкаһын күтәреп, бейеме килеп китә, оло ҡыҙы ла ташламай, тик кесеһе генә күп ваҡыт өйҙә ҡала. Ә бер көндө бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Сәсе-башы туҙған, өҫтөнә бөтәрләнеп бөткән бысраҡ күлдәк кейгән ҡатын килеп инде лә, ҡысҡырырға тотондо:
– Башҡаса аяҡтарымды ауырттырып дүртенсе ҡатҡа менеп тә йөрөмәйем, бөтмәҫ бында һеҙҙең ауырыуҙар, эҫе көндә балнис тип йөрөргә! Мин бит алкаш, ана, һәйбәт, эсмәгән бейемең йөрөһөн. Иртән иртүк миңә килеп аҡыл өйрәтеп маташҡансы. Ул һинең балаң, имеш. Таптым һине, бөттө. Аръя­ғына теләһә нимә эшләгеҙ.
Бер шешә лимонадын шап иттереп тумбаға ултыртты ла, әйләнеп сығып та китте. Уның ошо әшәке һүҙҙәренән ғәрләнеп, Нурия оҙаҡ ҡына иланы.
– Тыныслан, балам, илама. Юҡҡа үҙеңде бөтөрмә, − бейеменең ошо һүҙҙәрен ишеткәс кенә бер аҙ тынысланғандай итте ул. − Барыһы ла яҡшы буласаҡ, балалар өсөн борсолма, мин бит яндарында. Кисә кис буйы өй йыйыштырҙылар. Магазиндан туҡыма алып ҡайтып, Ләйсәнгә матур блузка тегеп бирҙем, бөгөн шуны кейеп имти­хан­ға китте. Кибеткә барып, ит, аҙыҡ-түлек алып ҡайтып, һыуытҡысты тултыр­ҙым. Итегеҙ бөткән булған. Иртүк ҡоҙағыйға барып, һөйләшеп-аңлашып ҡайтайым тигән булғайным шул, килеп сыҡманы. Эскән бит. Бынау эҫелә эсеп үлеп ятмаһын, тип ҡурҡам.
Нурия бейемен беренсе ҡатҡаса оҙатып ҡуйыуымды үтенде.
Апай көрһөнә-көрһөнә баҫҡыстар буйлап атланы.
− Ошо балаларҙың яфа сигеп йәшәүендә үҙемде ғәйепле тоям. Ғаиләһен аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына ырғытып, үҙ көйөн генә көйләп йәшәүсе холоҡһоҙ ул үҫтер­ҙем бит мин, − апай һүҙен артабан дауам итә алмай, тынып ҡала.
− Юҡ, − тим мин, – һеҙҙең кеүек яҡшы кеше үҙ балаһына насар тәрбиә бирә алмайҙыр ул, үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Тәрбиәнән дә көслөрәк ҡан бар икәнен онотмағыҙ. Кешегә яҡшыһы ла, ғәҙәт тә, холоҡ та быуындан-быуынға тап ҡандан күсә килә торғандыр ул.
− Ысынлап та, шулаймы икән, һылыу? – Апай күҙ йәштәре аша миңә баға.
Уны тынысландырырға теләп, һүҙемде дауам итәм:
− Тап шулай. Аланан ала ла, ҡола ла тыуа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Инде ир уртаһына еткән улығыҙҙың холҡон үҙгәртәм тип маташмағыҙ, бары тик бар көстө үҙ ҡулдарығыҙға туплап, киленегеҙҙең һәм ейәнсәрҙәрегеҙҙең ауыр хәлен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтергә тырышығыҙ. Ана бит, һеҙ тип өҙөлөп торалар.
Һүҙемде тамамлағанымды ла көтмәй, апай үҙ уй-хыялдары менән бүлешергә ашыға:
− Уларҙы ташламайым инде ул. Ейәнсәрҙәрем йәй буйы беҙҙә була, шулар ашаһын тип, емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ, мал тотабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа тип йыл да 200-әр банка ябам. Аҡсаһын да бирәбеҙ, кейемен дә йүнләйбеҙ. Үҙебеҙ торған йортто ла ошо балаларға ҡалдырырбыҙ тип торабыҙ.
− Ә улығыҙ?
− Ул бит ир кеше, баш өҫтөндәге ҡыйығын ғына үҙе йүнләр. Бәхетһеҙ итте балаларҙы, бәхетһеҙ итте… – Апай һөйләнә-һөйләнә сығып китте.
Мин иһә үҙ уйҙарыма сумдым. Ысынлап та, был тормошта бер кеше, бер холоҡ, хатта бер һүҙ арҡаһында ла күпме яҙмыш селпәрәмә килә, яңылыш аҙымдан нисәмә күңел яраһы һыҡрай.
− Ә беләһегеҙме, мин ни өсөн бәхетһеҙ?
Нурияның ошо көтөлмәгән һорауынан тертләп китәм. Ул, тыңлар кеше барҙа һөйләп ҡалайым тигәндәй, ошоларҙы теҙә:
− Үҫмер генә ҡыҙ сағымда уҡ мине әсәйем гел ҡарғай торғайны. Яратманы ул мине. Гел генә, ни эшләп таптым үҙеңде, ҡәһәр һуҡҡыры, бөтә ғүмерең үкенестә уҙһын, ти торғайны. Ата-әсә ҡарғышы тиҙ төшә, ти бит, бына бар тормошом үкенестән тора…
Уның был һүҙҙәре мине тағы ла нығыраҡ тетрәндерҙе. Әйтһәм дә, уға барып етмәҫен аңлап, өндәшмәй ҡалдым.
Бәхет ҡошон атып та, һатып та алып булмай, тиҙәр. Әгәр ҙә ул һинең күңелеңә үҙе инеп оя ҡормаһа, бар донъяны гиҙеп эҙләһәң дә, табып булмайҙыр ул затлы ҡошто. Эскелек хөкөм һөргән, ата− улын, әсә ҡыҙын ҡарғап көн иткән йорттарҙы ул бөтөнләй урап уҙалыр, күрәһең.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Читайте нас в