Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март 2020, 16:47

“ӘЙ МОҢДАРЫ” – ЕҢЕҮСЕ!

Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Йырлаусы ауыл” республика конкурсының район этабында Лаҡлы ауылының “Әй моңдары” фольклор ансамбле лә ҡатнашты. Фәйрүзә Вәкилова етәкләгән ансамбль сығышы менән һоҡландырып, конкурста 1-се урын алды. Әйткәндәй, яңыраҡ ансамбль үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Вокаль ансамбленең репертуары төрлө. Коллектив концерттарҙа, төрлө сараларҙы сығыш яһап, үҙҙәренең йырҙары, моңло тауыштары менән халыҡтың күңелен күрә. Ансамбль менән башҡалар ҙа бик яҡшы таныш, сөнки улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. Әйткәндәй, барыһы йыр-моң бәйгеһендә 9 ауыл биләмәһе 58 номер менән сығыш яһаны. Жюри ағзалары бәйгенең финалына иң яҡшы номерҙарҙы һайлап алды.

Район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Йырлаусы ауыл” республика конкурсының район этабында Лаҡлы ауылының “Әй моңдары” фольклор ансамбле лә ҡатнашты. Фәйрүзә Вәкилова етәкләгән ансамбль сығышы менән һоҡландырып, конкурста 1-се урын алды. Әйткәндәй, яңыраҡ ансамбль үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне. Вокаль ансамбленең репертуары төрлө. Коллектив концерттарҙа, төрлө сараларҙы сығыш яһап, үҙҙәренең йырҙары, моңло тауыштары менән халыҡтың күңелен күрә. Ансамбль менән башҡалар ҙа бик яҡшы таныш, сөнки улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә.
Әйткәндәй, барыһы йыр-моң бәйгеһендә 9 ауыл биләмәһе 58 номер менән сығыш яһаны. Жюри ағзалары бәйгенең финалына иң яҡшы номерҙарҙы һайлап алды.
Читайте нас: