Байрам тантанаһында Салауат районынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар : Эльза Вәлиева, Әминә Ғималетдинова, Лилиә Йомаҙилова ҡатнашты.
Ҡатын-ҡыҙ — ғаилә тотҡаһы ғына түгел, ул ил әсәһе, тип билдәләне республика етәксеһе. Гүзәл заттарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә уңышлы хеҙмәт итә. Уҡытыусы, табип, йырсы, бейеүсе, төҙөүсе, дәүләт эшмәкәре, ә иң мөһиме ул әсә.