Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2020, 13:59

Район мәҙәниәт йортонда – яңы етәксе

Район мәҙәниәт йортоноң етәксеһе итеп Нурзидә Ханнанова тәғәйенләнде. Ул Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған. Өфөлә музыка педагогия колледжын тамамлағас, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын тамамлай. 2016 йылдан Һөләймән клубында художество етәксеһе була. Былтыр район мәҙәниәт йортонда эш башланы. Һәләтле белгес “Шәрҙәле” ансабле етәксеһе лә.Быға тиклем оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортон уңышлы етәкләгән Илнур Вәлиев райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Район мәҙәниәт йортоноң етәксеһе итеп Нурзидә Ханнанова тәғәйенләнде. Ул Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған. Өфөлә музыка педагогия колледжын тамамлағас, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын тамамлай. 2016 йылдан Һөләймән клубында художество етәксеһе була. Былтыр район мәҙәниәт йортонда эш башланы. Һәләтле белгес “Шәрҙәле” ансабле етәксеһе лә.

Быға тиклем оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортон уңышлы етәкләгән Илнур Вәлиев райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Читайте нас: