Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Март 2020, 16:15

“БЕР ЮЛ” – ФИНАЛДА

Күптән түгел башҡорт Юниор КВН лигаһының 7-се миҙгеленең ярымфинал уйыны үтте.Ярышта республиканың иң көслө туғыҙ командаһы, шул иҫәптән Салауат районынан Лағырҙан “Бер юл” командаһы (етәкселәре Ранис Хәкимов) көс һынашты. Егеттәр ҡыҙыҡлы миниатюралары, тос шаяртыуҙары менән барыһының да күңелен яуланы. Һөҙөмтәлә, улар икенсе урынға лайыҡ булып, конкурстың финалына сыҡты. Егеттәрҙе ҡотлап, уларға яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Күптән түгел башҡорт Юниор КВН лигаһының 7-се миҙгеленең ярымфинал уйыны үтте.
Ярышта республиканың иң көслө туғыҙ командаһы, шул иҫәптән Салауат районынан Лағырҙан “Бер юл” командаһы (етәкселәре Ранис Хәкимов) көс һынашты. Егеттәр ҡыҙыҡлы миниатюралары, тос шаяртыуҙары менән барыһының да күңелен яуланы. Һөҙөмтәлә, улар икенсе урынға лайыҡ булып, конкурстың финалына сыҡты. Егеттәрҙе ҡотлап, уларға яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: