Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2020, 22:23

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ОСРАШТЫ

Салауат Юлаев музейында тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төбәк-ара семинары уҙҙы. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих һәм география уҡытыусылары, Салауат, Дыуан райондарынан, Эҫем һәм Ҡатау-Тамаҡ ҡалаларынан килгән оҫталар ҡатнашты.Семинарҙа ҡатнашыусылар Салауат районының 85 йыллығы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, Петр Палластың экспедицияһы, төнъяҡ-көнсығыш райондарының милли кейем үҙенсәлектәре һәм башҡа темаларға докладтар менән сығыш яһаны.

Салауат Юлаев музейында тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төбәк-ара семинары уҙҙы. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих һәм география уҡытыусылары, Салауат, Дыуан райондарынан, Эҫем һәм Ҡатау-Тамаҡ ҡалаларынан килгән оҫталар ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Салауат районының 85 йыллығы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, Петр Палластың экспедицияһы, төнъяҡ-көнсығыш райондарының милли кейем үҙенсәлектәре һәм башҡа темаларға докладтар менән сығыш яһаны.
Читайте нас: