“Ҡышты оҙатыу” байрамы Арҡауыл ауылында ла үтте. Сараға килгән халыҡтың иғтибарына театрлаштырылған тамаша, конкурстар, төрлө уйындар, викториналар тәҡдим ителде. Шулай уҡ йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Халыҡ уҡтан атып ҡараны, һабын, биҙәүестәр, бетеү эшләргә өйрәнде.