Кисә район мәҙәниәт йортонда “Бөйөк Еңеүҙе данлап” патриотик йырҙарҙы йәш башҡарыусыларҙың конкурсы үтте. Йыр бәйгеһенең һайлап алыу турында барыһы 17 cолист һәм ансамблдәр ҡатнашты. Шуларҙың 9- ҙы конкурстың финалына үтеп, Гала-концертта сығыш яһаны.
Әлкә мәктәбе уҡыусылары был конкурста әүҙем ҡатнашты. Ҡыҙҙар ансамбль менән дә, бер үҙҙәре лә матур-матур йырҙар башҡарҙы. Наҙгөл Шәмсетдинова, Ленария Мөхәмәтйәнова, һәм Айгүзәл Шәмсетдинова моңло тауыштары менән һоҡландырҙы. Афарин, ҡыҙҙар!